Все новости
Мәғариф
22 Февраля 2018, 13:31

АТАЙҘАР көнө

Яҡут ауылының «Толпар» балалар баҡсаһында 23 февраль — Ватанды Һаҡлаусылар көнө уңайынан балалар атайҙарын, олатайҙарын, ағайҙарын ҡотланы.

Яҡут ауылының «Толпар» балалар баҡсаһында 23 февраль — Ватанды Һаҡлаусылар көнө уңайынан балалар атайҙарын, олатайҙарын, ағайҙарын ҡотланы. Балалар баҡсаһы матур итеп биҙәлгән. Тәрбиәселәр балаларҙың үҙ ҡулдары менән эшләнгән әйберҙәренән күргәҙмә яһаған. Кескәйҙәр әҙерләгән концерт бик матур булды, тәрбиәселәре Рәсимә Ялсыҡаева балаларға өр-яңы йырҙар, бейеүҙәр өйрәткән. Ә инде малайҙарҙың һалдат формаһында бейеүе байрамға йәм генә өҫтәне. Атайҙарға бағышланған шиғырҙары ла эстәлекле: атай кешенең бөйөклөгөн күрһәтте. Саҡырылған ҡунаҡтарҙың барыһы ла килгән, хатта әсәй-өләсәйҙәр ҙә был саранан ситтә ҡалмаған. Атайҙар балалар менән бергә уйындарҙа әүҙем ҡатнашты. Ошондай матур сара ойошторғандары өсөн балалар баҡсаһы хеҙмәткәрҙәренә барлыҡ ата-әсәйҙәр, өләсәй-олатайҙар исеменән рәхмәт белдерәбеҙ.

Таңһылыу ИСЛАМҒОЛОВА
Яҡут ауылы

Читайте нас: