Юшатыр
-5 °С
Снег
ҮҘЕБЕҘ ХАҠЫНДА ҮҘЕБЕҘ
Йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәр
Все новости
Мәғариф
22 Февраля 2018, 13:24
БЕР ЮЛЫ ИКЕ БАЙРАМ
Яңы Морапталдағы “Алһыу” балалар баҡсаһында икеләтә байрам булды.
Яңы Морапталдағы “Алһыу” балалар баҡсаһында икеләтә байрам булды. Өлкәндәр төркөмө 23 февралгә ҡарата атайҙарын саҡырып байрам ойошторҙо.
Матур бейеүҙәр һәм йырҙар менән концерт программаһын музыка хеҙмәткәре Лилиә Рәмил ҡыҙы Шәмсетдинова әҙерләне. Килгән атайҙар ҙа тик ултырманы: көлә-көлә тоҡта һикерҙеләр, дәртләнешеп “Моряк” бейеүен дә башҡарҙылар. Һәр бала үҙенең атаһына ҡарап һоҡланып ултырҙы. Тәрбиәселәре Лилиә Хәсәнова менән Гөлфиә Ниғмәтуллина сараны матур үткәрҙе.
Икенсе байрам уртансылар төркөмө менән саф һауала, тышта, үтте. Тәрбиәселәр Гөлфиә Ниғмәтуллина менән Земфира Ғүмәрова үткәргән сарала атайҙар ҙа, әсәйҙәр ҙә ҡатнашты. Байрамды клоундарҙың күңелле итеп башлап ебәреүе барыһына ла оҡшаны. Күмәкләп төрлө спорт уйындары уйнап, ата-әсәләр менән Яҙһылыуҙы эҙләнек. Яҙһылыу ҙа буш ҡул менән килмәгән: тәмле итеп ҡоймаҡтар ҡойоп алып килгән.
Әлфинә МӘҠСҮТОВА,
«Алһыу» балалар баҡсаһының кесе тәрбиәсеһе
Читайте нас:
Новости партнеров
Лена ханым: "Улымды онотмайҙар"
На уровне молекул
Салкын тигәндә мунча керергә ярыймы?