Все новости
Мәғариф
22 Февраля 2018, 12:40

ТАМАМЛАНЫҠ

«Туған телемдә һөйләшәм» конкурсын тамамланыҡ.

«Туған телемдә һөйләшәм» конкурсын тамамланыҡ. Яҡшымбәт урта мәктәбенең 5-се класс уҡыусыһы Әҙилә Вәлитова, Зәк-Ишмәт мәктәбе уҡытыусыһы Айгөл Гурьянова, беҙҙең элекке хеҙмәткәр Урал Ҡәйүпов, гәзитебеҙҙең әүҙем яҙышыусыһы Ҡорбанғәли Сөләймәнов, Бахмут урта мәктәбенең 10-сы класс уҡыусыһы Артем Бочарев беҙҙә ҡунаҡта булды. «Туған телемдә һөйләшәм» конкурсында ҡатнашҡаны өсөн уларға «Юшатыр» гәзитенең Грамотаһын һәм бүләк бирҙек.

Сәй табыны артында донъя хәлдәре тураһында һөйләшеү ҙә булды. Ауыл яҙмышы, тел, пенсиялар, эш хаҡы... Темалар сикһеҙ, тик ваҡыт ҡына сикле. Килгәнегеҙ һәм телгә битараф булмағанығыҙ өсөн рәхмәт һеҙҙең барығыҙға ла. Тағы ла бер нисә конкурста ҡатнашҡан уҡыусыбыҙ килә алмай ҡалды. Уларға ла яйы сыҡҡанда бүләктәрҙе тапшырырбыҙ.

Р. НАЗАРОВА фотоһы

Читайте нас: