Все новости
Мәғариф
2 Марта 2018, 13:28

МИЛЛИ МӘКТӘП МИЛЛИ ЙОЛАНАН БАШЛАНА

Күмертауҙа милли мәғариф буйынса ата-әсәләр конференцияһы үткәреү һуңғы йылдарҙа һәйбәт йолаға әүерелеп бара.

Күмертауҙа милли мәғариф буйынса ата-әсәләр конференцияһы үткәреү һуңғы йылдарҙа һәйбәт йолаға әүерелеп бара. Быйыл ул М. Исҡужин исемендәге 13-сө башланғыс мәктәп базаһында «Халыҡ йолалары, традициялары нигеҙендә шәхес тәрбиәләү» тигән темаға дүртенсегә үтте. Сараны Күмертау ҡала башҡорттары ҡоролтайы, Күмертау ҡала мәғариф идаралығы һәм М. Исҡужин исемендәге 13-сө башланғыс мәктәп уҡытыусылары ойошторҙо.

Конференция эшендә Өфө ҡунаҡтары: яҙыусы Мәрйәм Бураҡаева, Башҡортостан Республикаһының милли мәғариф буйынса ата-әсәләр комитеты ағзалары Эльвира Байназарова, Айгөл Атанова, «Аҡ тирмә» милли-мәҙәни үҙәге рәйесе урынбаҫары Тәнзилә Бикбаева ҡатнашты.

Конференцияның тәүге өлөшөндә – секцияларҙа ата-әсәләр, уҡытыусылар, ҡоролтай ағзалары сығыш яһаны. «Йәш ата-әсәләргә нәсихәттәр» секцияһында туған тел уҡытыусыһы Менәүәрә Мырҙағолова үҙ тормош һәм педагогик эш тәжрибәһе менән бүлеште. «Ғаиләлә атай тәрбиәһе» секцияһындағы һөйләшеү бигерәк тә йәнле, фәһемле булды. Шуныһы ҡыуаныслы: бында байтаҡ атайҙар улдары менән бергә килгән, һәм улар «Юшатыр» гәзитененең яуаплы сәркәтибе, ҡала башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзаһы Тәлғәт Шаһмановтың, Күмертау ҡалаһы ҡала округы Хакимиәтенең эштәр идарасыһы Әнүәр Уразаевтың, 5-се урта мәктәптең башланғыс синыфтар уҡытыусыһы Гөлнәфис Әҙеһәмованың, Көйөргәҙе районы ауыл хужалығы идаралығының баш агрономы Айҙар Туйгилдиндың, Күмертау Аҡһаҡалдар ҡоро ағзаһы Хаҡҡолой Мөхәмәтйәновтың, секция эшен ойоштороусы башланғыс синыфтар уҡытыусыһы Вәсилә Ғәбитованың сығыштарын ҡыҙыҡһынып тыңланы, үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын да бирҙеләр. Гөлнәфис Шамил ҡыҙы ир балаларҙы ғаиләлә тәрбиәләүҙә, балаһы уҡыған мәктәп менән бәйләнештә тороуҙа атайҙарҙың әлегә әүҙем булмауын, улдарына ваҡыттарын аҙ бүлеүҙәрен айырып әйтте.

«Быуындан быуындарға. Өләсәйҙәр мәктәбе» секцияһында яҙыусы һәм педагог Мәрйәм Сабирйән ҡыҙы Бураҡаева ҡалабыҙҙың гүзәл заттарына урынлы кәңәштәрен еткерҙе. Секцияларҙа шулай уҡ балаларҙың ижади, лидерлыҡ һәләттәрен нисек үҫтереү хаҡында ла һөйләштеләр. Ә Өфөнән килгән Сәрүәр Аслаева «Стилләштерелгән милли биҙәүестәр» темаһына мастер-класс күрһәтте.

Ата-әсәләр конференцияһының пленар өлөшөндә Күмертау ҡалаһы ҡала округы Хакимиәте башлығының социаль һәм кадрҙар сәйәсәте буйынса урынбаҫары Наталья Лапшина башҡорт милли мәғарифын үҫтереүҙең мөһимлеге, был йәһәттән туған телде өйрәнеүгә ныҡлы иғтибар бүлеү, инновация алымдарын ижади ҡулланыуҙың әһәмиәте хаҡында һөйләне. Милли мәғарифты Күмертауҙа артабан уңышлы үҫтереү мәсьәләләре буйынса Күмертау ҡала мәғариф бүлеге начальнигы Николай Черепанов, Өфө ҡунаҡтары Эльвира Байназарова, Мәрйәм Бураҡаева, «Алға барыусы ата-әсәләр» республика йәмғиәте ағзаһы Галина Дәүләткилдина конференцияла ҡатнашыусыларға үҙ фекерҙәрен еткерҙе. 5-се урта мәктәптең ата-әсәләре исеменән сығыш яһаған Лена Дим ҡыҙы Ғәббәсова мөһим мәсьәләне – милли мәғариф өлкәһендә милләттәштәребеҙҙең битарафлығын, әүҙемлек күрһәтмәүен, ә бары тик власть органдарынан, башҡорт ҡоролтайынан тегене йә быны талап итергә генә яратыуҙарын тәнҡитләп үтте, йәш ата-әсәләрҙе был йәһәттән бергә тупланырға, милли мәғариф мәсьәләләрен бергәләп хәл итергә, башҡаларҙан көтөп ултырмаҫҡа саҡырҙы.

Пленар ултырыш аҙағында ата-әсәләр йәмәғәтселегенә күрһәткән ярҙамдары өсөн Мәрйәм Сабирйән ҡыҙы Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты исеменән Хәйҙәр Ғайсинға, Зиннур Исхаҡовҡа, Светлана Ильясоваға, Әнүзә Йәмиловаға, Әнүәр Уразаевҡа Рәхмәт хаттары тапшырҙы. Күмертау ҡала башҡорттары ҡоролтайы исеменән шулай уҡ ғаиләләрен, милләттәштәребеҙҙе, йәш быуын вәкилдәрен башҡорт халҡының матур ғөрөф-ғәҙәттәрендә, йолаларында тәрбиәләүгә индергән өлөштәре өсөн Минжиһан Йәмилова, Алһыу Кәлимуллина, Вәсилә Ғәбитова, Раяф Ғәйнетдинов шулай уҡ Рәхмәт хаттары менән бүләкләнделәр.

Конференция резолюция ҡабул итеү менән тамамланды.

Сара барышында ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ өсөн халҡыбыҙҙың мәҙәни мираҫына таянып эшләнгән биҙәнеү әйберҙәре, музыка ҡоралдары, башҡорт телендәге китаптар һатыу ҙа ойошторолдо.


Розалия НАЗАРОВА фотолары


Читайте нас: