Все новости
Мәғариф
12 Марта 2018, 13:39

БЕР ЮЛЫ ӨС САРА

Яҡут башланғыс мәктәбендә өс байрамды бергә тура килтереп ҙур сара үткәрҙеләр.

Яҡут башланғыс мәктәбендә өс байрамды бергә тура килтереп ҙур сара үткәрҙеләр. Байрамдың беренсе өлөшө «Әлифба байрамына» арналды. 1-се класс уҡыусылары әлифбаны тырыш ҡына уҡып бөтөп, «Туған тел»де уҡый башлаған. Байрамдың икенсе өлөшөндә атайҙарын Ватанды һаҡлаусылар көнө менән ҡотлап, матур шиғырҙар һөйләнеләр. Ә инде өсөнсө өлөшөндә әсәйҙәрен, өләсәйҙәрен һәм килгән ҡунаҡтарҙы Ҡатын -ҡыҙҙар көнө менән ҡотланылар. Класс етәкселәре Гөлшат Яматова балаларҙы төрлө яҡлап үҫтереүҙә, төрлө сараларҙы үткәреүҙә ҙур көс һала. Бына әле бөгөн дә бөхтә итеп кейенеп, бер рәткә теҙелгән балаларҙы күреүе - үҙе бер ҡыуаныс. Ҡыйыу ғына сығып йыр йырлаһындармы, шиғыр һөйләһендәрме, тыпырҙатып баҫып бейеһендәрме, ҡыҫҡаһы, бик күңелле ял итеп ҡайттыҡ мәктәптән. Балалар баҡсаһынан тәрбиәселәре менән килгән бәләкәстәр ҙә дәртләнеп, ҡыуанып ҡараны байрамды. Өҫтәүенә, балалар атай-әсәйҙәргә, уҡытыусыларына, килгән ҡунаҡтарға, үҙ ҡулдары менән эшләнгән төрлө әйберҙәр бүләк итте. Балалар ҙа, уҡытыусы апалары ла киләсәктә ҙур уңыштарға ирешһендәр, иҫән- һау булһындар. Һәр саҡ беҙҙе шулай ҡыуандырып ҡына торһондар.

Таңһылыу ИСЛАМҒОЛОВА

Яҡут ауылы
Читайте нас: