Все новости
Мәғариф
12 Марта 2018, 13:53

ОЛО БАҺА АЛЫП ҠАЙТТЫЛАР

Ошо көндәрҙә Өфөлә «Ҡатын-ҡыҙ - милләт әсәһе» исемле Республика конкурсына йомғаҡ яһалды. Районыбыҙҙан был мәртәбәле сараның финалына үткән 5 ҡатын-ҡыҙ уҡытыусы барып, еңеүҙәр яулап ҡайтты.

Ошо көндәрҙә Өфөлә «Ҡатын-ҡыҙ - милләт әсәһе» исемле Республика конкурсына йомғаҡ яһалды. Районыбыҙҙан был мәртәбәле сараның финалына үткән 5 ҡатын-ҡыҙ уҡытыусы барып, еңеүҙәр яулап ҡайтты.

«Ҡатын-ҡыҙ - педагог» номинацияһында Р. Солтангәрәев исемендәге Яңы Таймаҫ гимназияһы директоры Гүзәл Фәтих ҡыҙы Усманова, «Ҡатын-ҡыҙ – әсә» номинацияһында Яңы Мораптал балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Зимфира Хәниф ҡыҙы Ғүмәрова (Яңы Мораптал) еңгән. Уларға Почет грамотаһы һәм ҡиммәтле бүләктәр тапшырылды.

Ҡалған өс гүзәлебеҙ ҙә бүләкһеҙ ҡалманы. Аҡһары мәктәбе директоры Рида Ибәт ҡыҙы Искәндәрова - «Ҡатын-ҡыҙ - лидер», ә Зәк-Ишмәт мәктәбенең уҡытыу-тәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫары Айгөл Нәзир ҡыҙы Гурьянова менән Б. Бикбай исемендәге Яңы Мораптал мәктәбе уҡытыусыһы Венера Сәлимйән ҡыҙы Кинжалеева «Ҡатын-ҡыҙ-педагог» номинацияларында ҡатнашҡандары өсөн Рәхмәт хаттары алды. Беҙ уларҙы ысын күңелдән ҡотлайбыҙ, шундай һәйбәт, өлгөлө ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ булғанға ҡыуанабыҙ.
Гүзәл УСМАНОВА, Р. Солтангәрәев исемендәге Яңы Таймаҫ гимназияһы директоры:

- Милли рух менән һуғарылған был сара шундай юғары кимәлдә үтте. Уҡытыусы-педагог булараҡ кубокка лайыҡ булдым. Халҡыбыҙҙың мәҙәниәтен, тарихын һаҡлауға һәм үҫтереүгә тос өлөш индергәне, халыҡ араһындағы алып барылған тәрбиәүи һәм хеҙмәт һабаҡтары өсөн Почет Грамотаһы һәм «Ҡатын-ҡыҙ-педагог» Дипломына ҡушып матур көмөш алҡа, мосолман магазинына 5 мең һумлыҡ сертификат та бүләк иттеләр. Портфолио әҙерләп ебәргәс, еңеп сығырыма әллә ни ышанып та етмәгәйнем. Бүләк алыр өсөн сәхнәгә сыҡҡас, хатта илап ебәрҙем. Шатлығымдың иге-сиге юҡ, барыбыҙ ҙа ҡыуанышып ҡайттыҡ. Шундай мәртәбәле конкурстарҙа ҡурҡмайынса ҡатнашып торорға кәрәк бөтәбеҙгә лә. Беҙҙең эште күрә белеп, ҙур баһа биргәндәре өсөн был конкурсты ойоштороусыларға рәхмәтлемен. Шулай уҡ ҡулға-ҡул тотоношоп эшләгән, төрлө яҡлап ярҙам итеп торған коллективыма оло рәхмәт әйткем килә.
Читайте нас: