Кинйәбай ауылының «Ләйсән» балалар баҡсаһында балалар яҙ етеүгә генә ҡыуанып ҡалманы. Улар 8 Март – Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар байрамы менән әсәйҙәрен ҡотланы, уларҙы күңелле йыр-бейеүҙәр, шиғырҙар һөйләп һөйөндөрҙө. Бигерәк тә бәләкәстәргә әсәйҙәр менән бергәләп уйындар уйнау оҡшаны. Байрам күңелле сәй эсеү менән тамамланды.