Все новости
Мәғариф
27 Марта 2018, 18:28

АЛТЫ КОМАНДА АЛЫШТЫ

Ошо көндәрҙә Республика политехник лицей-интернатында сираттағы «Шаян уйын, бәйгеһе үтте. Был сағыу тамаша лицейҙа матур йолаға әйләнеп, алтынсы тапҡыр ойошторолдо.

Ошо көндәрҙә Республика политехник лицей-интернатында сираттағы «Шаян уйын, бәйгеһе үтте. Был сағыу тамаша лицейҙа матур йолаға әйләнеп, алтынсы тапҡыр ойошторолдо.

3 этаптан – «Таныштырыу», «Сирҡаныс алыу», «Өй эше»нән торған сәмле ярышта 5-10-сы кластарҙан 6 команда үҙ-ара көс һынашты, алышты. Кемуҙарҙан сәмләнеп ярышҡан егет-ҡыҙҙарҙы жюри ағзалары – РПЛИ – ның физика уҡытыусыһы А.Ғ. Баянов, РПЛИ –ның сығарылыш уҡыусыһы Лицей КВН-ында 1-се урын, 2014 йылда Күмертау ҡалаһында Шаяниум конкурсында 2-сеурын, 2015 йылда «Иң яҡшы шаяртыу» номинацияһын алыусы, ГРАН-ПРИ яулаусы «Шаҡмаҡ» командаһы уйынсыһы, «Иң яҡшы ир-ат роле» номинацияһына эйә булыусы Илсур Боҫҡанов, 11-се класс уҡыусыһы Владислав Исаков баһаланы.

Лицейҙа үткән был сара Башҡортостан Республикаһында иғлан ителгән Ғаилә йылына бағышлап үткәрелде. Юмор – ул кире күренештәрҙе шаярыу аша тәнҡитләй белеү. Уҡыу, тәрбиә, ата-әсәй һәм бала, ғаилә тормошо, хатта ҡалабыҙҙағы юл проблемаларын да күтәреп сығырға баҙнат итте балалар. Бәйге һөҙөмтәләре буйынса Гран-при 10А,10Б класының (тәрбиәсеһе Л.А. Ғәлиева) «Ғаилә терәге» командаһына тапшырылды, 1- се урында – 6А, 6Б класының «РиПиЛи» (тәрбиәсеһе Л.Ғ. Икбаева) булһа, 2-се урынды 5А, 5Б класының «Өс таған» (тәрбиәсеһе А.Ш. Аҡсурина), 9А, 9Б класының «ГИБДД» командалары (тәрбиәсеһе М.Р. Әбдрәхимова) бүлеште. 3-сө урында 7А класының «Депутат балалары» (тәрбиәсеһе Л.Ғ. Туҡтарова), 8А, 8Б класының «Биш таған» командалары (класс етәксеһе З.С. Әбхәлимова) лайыҡ тип баһаланы жюри. Ошо сараны ике уҡыусыбыҙ – Гөлиә Нуриманова һәм Сыңғыҙ Рафиҡов саф башҡорт телендә матур итеп алып барҙы.

Гөлфиә ҠОТЛОМБӘТОВА,

РПЛИ директорының тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары
Читайте нас: