Тәрбиәселәр Резеда Игликова менән Наилә Ҡуҙбаевалар алты йәшлектәрҙең ата-әсәләрен ярыштың маҡсаты, талаптары менән таныштырҙы. Командала мотлаҡ атай, әсәй һәм бала булырға тейеш. Әммә бөтә илдәге эшһеҙлек аллабирҙеләрҙе лә ситләп үтмәне: атайҙарҙың күбеһе Себер һәм башҡа тарафтарҙа аҡса эшләй. Әсәй менән баланан һәм өләсәй менән ейәндән торған өс команда төҙөлдө: Акъюловтар – әсәй, тәрбиәсе ярҙамсыһы Айгөл Рәкит ҡыҙы һәм Элина, Хисамовтар – әсәй, Зилә Тәлғәт ҡыҙы һәм Залина Сыңғыҙовтар өләсәй ролдәрен башҡарҙы. Шулай уҡ ярышта ауыл фельдшеры Светлана Әхмәт ҡыҙы һәм уның ейәне Арыҫлан ҡатнашты. Ярыш мәктәптең спорт залында үтте. Жюри ағзалары – тарих уҡытыусыһы Фәниә Фәүжәт ҡыҙы, башланғыс синыфтар уҡытыусыһы Ләйлә Ирек ҡыҙы һәм Хисамовалар ғәҙел, дөрөҫ баһаларға тырышты, сөнки еңеүсе команда Төйлөгән районы кимәлендә Аллабирҙе ауылының, мәктәбенең намыҫын яҡлаясаҡ. Физкультура уҡытыусыһы Зиннур Ҡуҙбаев бәйгене районда уҙғарыласаҡ ярыш положениеһына таянып алып барҙы. Көйәрмәндәр – бөтә мәктәп уҡыусылары һәм уҡытыусылары ҡатнашыусыларҙы алҡыштар менән дәртләндереп ултырҙы. Көсөргәнешле ярыш Аҡъюловтарҙың еңеүе менән тамамланды. Был ғаиләгә Төйлөгән районы буйынса ла еңеү теләйбеҙ.