Все новости
Мәғариф
3 Апреля 2018, 16:29

ҺОҠЛАНЫУҒА ЛАЙЫҠ

Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишеваның «Дуҫ булайыҡ», Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең «Өс таған» әҫәрҙәрендә төп геройҙарҙың үҙ-ара мөнәсәбәттәре — ысын дуҫлыҡҡа классик өлгө булып тора. РПЛИ-ның юғары категориялы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, мәғариф алдынғыһы, музей етәксеһе Зилә Салауат ҡыҙы Әбхәлимова үҙенең дәресендә балаларҙы быға тағы бер тапҡыр инандырҙы.

Уҡыусылар повестарҙың тулы йөкмәткеһен белеүҙән тыш, әҫәргә ентекле анализ яһаны, үҙ фекерҙәрен әйтте, миҫалдар килтерҙе. Уҡытыусы үҙ йәһәтенән әҙәбиәткә һөйөү тәрбиәләүҙән тыш, башҡорт халыҡ йолаларына, ғөрөф-ғәҙәттәренә, халыҡ педагогикаһына, өләсәйҙәр мәктәбенә иғтибар бүлде. Туған тел дәресе аҙнаһына бер сәғәт кенә булыуына ҡарамаҫтан, уҡыусыларҙың әүҙемлеге һоҡланыуға лайыҡ. Шулай уҡ дәрестә музей экспонаттарына йыш мөрәжәғәт ителде. Ҡыҫҡаса ғына уларға байҡау яһалды. Дәрес Федераль дәүләт стандарттарына ярашлы, сөнки һәр уҡыусы әҙер материалды ғына йотоп ултырмай, ә эҙләнә, уйлана, таба, дөйөмләштерә.

6Б класы уҡыусыларына «Афарин» тип әйтеүҙән башҡа һүҙ юҡ. Уларға һәм уҡытыусыларына ижади бейеклектәр, уңыштар юлдаш булһын!

Мөнәүәрә МЫРҘАҒОЛОВА,

юғары категориялы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, мәғариф алдынғыһы

Күмертау ҡалаһы
Читайте нас: