Все новости
Мәғариф
6 Апреля 2018, 14:28

ҺҮҘЕНДӘ ТОРҘО

Яҙғы каникулда Ғәзиз Әлмөхөмәтов исемендәге Башҡорт музыкаль гимназия-интернаты базаһында Башҡортостан мәктәптәренең VIII-IX кластары араһында Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәте («Тормош һабаҡтары») предметы буйынса республика олимпиадаһы үтте. Күмертау намыҫын ошо предмет буйынса ҡала олимпиадаһында еңгән РПЛИ, 1-се гимназия, 6-сы мәктәп уҡыусылары яҡланы.

Республика ауыл-ҡалаларынан йыйылған 126 уҡыусы өс төрлө бәйгелә көс һынашты: тест һорауҙарына яуап биреү, төрлө иллюстрациялар буйынса эш һәм эссе яҙыу. Бөтә был баҫҡыстарҙы уңышлы үтеп, Республика политехник лицей-интернатының IX класс тәрбиәләнеүсеһе Разалина Аҙнабаева (Ейәнсура районы ҡыҙы) III дәрәжәле дипломға лайыҡ булды. Былтырғы олимпиадала ла тәүге иң көслө алты уҡыусы араһында булып, призер исемен яулағайны. «Икенсе йылға барыбер еңеүсе булам!» – тигәйне ул күҙҙәренән осҡон сәсрәтеп. Һүҙендә торҙо Разалина! Республикала өсөнсө урынға лайыҡ булыу – һәр кемгә лә тәтемәй ул! Ғөмүмән, Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәте («Тормош һабаҡтары») буйынса һуңғы дүрт йылда беҙҙең РПЛИ уҡыусыларының еңмәй ҡалғандары юҡ.

Тыуған еребеҙҙең тарихына, мәҙәниәтенә битараф булмаған уҡыусыларыма имтихандарҙа уңыштар теләйем. Иҫән-һау булһындар, республикабыҙҙың данын арттырырлыҡ лайыҡлы алмаш булып үҫһендәр.

Фәүзиә ИШКИНИНА,

белем биреү өлкәһендә Рәсәй Федерацияһының маҡтаулы хеҙмәткәре

Күмертау ҡалаһы
Читайте нас: