Все новости
Мәғариф
10 Апреля 2018, 17:00

КӨЙӨРГӘҘЕ ДАНЫН ЯҠЛАНЫЛАР

Көйөргәҙеләр быйылғы «Башҡортостан йыл уҡытыусыһы – 2018» конкурсынан йылдағыса ситтә ҡалманы.

Көйөргәҙеләр быйылғы «Башҡортостан йыл уҡытыусыһы – 2018» конкурсынан йылдағыса ситтә ҡалманы.

«Йәш уҡытыусы» конкурсында Аҡһары мәктәбенең тарих уҡытыусыһы Илдус Ғилманов, төбәк-ара «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы – 2018» конкурсында Бахмут урта мәктәбенән башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Айһылыу Таймасова, «Башҡортостан йыл уҡытыусыһы – 2018» конкурсында Ермолаевоның 1-се һанлы урта мәктәбенең инглиз теле уҡытыусыһы Алиса Филоненко ҡатнашты. Улар күрһәткән асыҡ дәрестәр коллегалары һәм жюри ағзалары тарафынан ыңғай баһаланды: өсөһө лә дипломдарға лайыҡ булдылар. Айһылыу Насип ҡыҙы иһә Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының Почет грамотаһы һәм иҫтәлекле бүләк менән бүләкләнде.
Читайте нас: