Все новости
Мәғариф
13 Апреля 2018, 16:17

ТУҒАН ТЕЛДЕҢ ТАРТЫУ КӨСӨ

Яңыраҡ Башҡортостан Республикаһы Башлығы Рөстәм Хәмитов бер төркөм уңғандарға дәүләт наградалары тапшырҙы. Улар араһында Ташкенттан Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Башҡорт милли-мәҙәни үҙәге рәйесе Илшат Хәсән улы Хәсәнов та бар ине. Республика башлығы уны «Салауат Юлаев» ордены менән бүләкләне.

Яңыраҡ Башҡортостан Республикаһы Башлығы Рөстәм Хәмитов бер төркөм уңғандарға дәүләт наградалары тапшырҙы. Улар араһында Ташкенттан Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Башҡорт милли-мәҙәни үҙәге рәйесе Илшат Хәсән улы Хәсәнов та бар ине. Республика башлығы уны «Салауат Юлаев» ордены менән бүләкләне.

Беҙ, Илшат Хәсән улының тыумышы менән Көйөргәҙе районынан икәнлеген белеп, ғорурлыҡ тойғоһо кисерҙек. Тик тәүҙә ҡайһы ауылдан икәнлеген асыҡлай алманыҡ. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетына шылтыратып шул хаҡта белештек. «Яҡшымбәт ауылыныҡы. Әле шунда туғандарына ҡунаҡҡа китте», – тинеләр. Был хәбәр дөрөҫ булмай сыҡты. Баҡты иһәң, Яҡшымбәттә Илшат Хәсән улының ике туғаны Юнир Сәләхетдин улы Бикмаев йәшәй икән. Юнир ағайҙың хәләл ефете, хаҡлы ялдағы уҡытыусы Фәриҙә Карамат ҡыҙы беҙгә шулай тип һөйләне:

– Илшат ағайығыҙ тыумышы менән Ҡарай ауылыныҡы. Ул 1941 йылғы. Атаһы Хәсән Хәсәнов та, әсәһе Мөкәрәмә Ғайса ҡыҙы Байғужина ла Ҡарайҙыҡылар. Юнирҙең әсәһе Ғәфисә менән Мөкәрәмә – бер туғандар, шулай булғас, Юнир менән Илшат бер-береһенә ике туған булып сыға. Бөйөк Ватан һуғышынан һуңғы ауыр йылдарҙа Мөкәрәмә лә, Ғәфисә лә ғаиләләре менән Ташкентҡа сығып китәләр. Ун йыл тирәһе торғас, Юнирҙең әсәһе тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайта. Ә Мөкәрәмә шунда йәшәргә тороп ҡала, улы Илшатты, ҡыҙы Рәхиләне яңғыҙы үҫтерә, сөнки ғаилә тарҡала. Аталары хәрби летчик була. Мөкәрәмәләр гел беҙгә ҡунаҡҡа ҡайтып йөрөнө. Бына әле лә, юл төшкәндә, Илшат туғаныбыҙ хәл белергә, тыуған яҡтарын күрергә тип ҡоштай осоп ҡайтып етте. Тик бер көн генә торҙо. Эш кешеһе булғас, ваҡыты ла тарҙыр инде…

Илшат Хәсәновтың исеме башҡорт йәмәғәтселегенә яҡшы таныш. Ул етәкләгән үҙәктең эшмәкәрлеге тураһында яҙыусылар Рәшит Низамов, Лариса Абдуллина мәҡәләләр ҙә яҙып баҫтырҙы. Яҡташыбыҙ – Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Башҡорт милли-мәҙәни үҙәген башлап ойоштороусы. Бер нисә йыл үткәндән һуң, үҙәк янында «Ағиҙел» клубын да ойоштороша. Бында 45 йәштән өлкән гүзәл заттарыбыҙ йөрөй. Милләттәштәребеҙ туған телендә рәхәтләнеп аралаша, төрлө уйын, кисәләр ойоштора. Бының менән генә сикләнмәйенсә, Илшат Хәсән улы ярҙамында клуб ағзалары фольклор түңәрәге лә төҙөй. Унда йөрөүселәр үҙ аҡсаларына милли кейемдәр тектереп ала, ҡул эштәре менән шөғөлләнә. Үҙҙәре теккән әйберҙәрҙе, бәйләгән шәлдәрен һатып, аҡсаларын хәйриә эштәренә тотоналар.

Илшат Хәсәнов, Үзбәкстандағы, уның баш ҡалаһындағы башҡорттарҙы милли үҙәк тирәһенә туплау менән генә сикләнмәйенсә, башҡа төрлө ифрат изге эштәр ҙә башҡара. Ул, арыу-талыу белмәй, бер нисә йыл буйы юллап йөрөп, документтар әҙерләп, Ташкенттағы яңы проспекттарҙың береһенә Әхмәтзәки Вәлиди исемен бирҙертә. Радио һәм телевидениела башҡорт телендә тапшырыуҙар алып барыуға ваҡыт бүлдертеүгә ирешә.

Үзбәкстанда милләт-ара татыулыҡты нығытыуға, үҫтереүгә индергән ҙур өлөшө өсөн президент Ислам Кәримов уны «Шөһрәт» ордены менән наградалай. Был – Үзбәкстандың иң ҙур ордены. Яҡташтары ла башҡорт уҙаманының изге эштәрен күрмәй ҡалмай. Ошо көндәрҙә Илшат Хәсәновтың Башҡортостандың иң ҙур орденына лайыҡ булыуы шул хаҡта һөйләй.

– Илшатыбыҙ шул хәтлем дә тыуған тупрағын ярата. Һағынып, ашҡынып ҡайта. «Ҡарай, Яҡшымбәт ауылдары ҡалай ҙа матур тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан!» – тип гел генә һоҡлана, – ти Фәриҙә Карамат ҡыҙы. Ысынлап та, Илшат Хәсән улының бала ғына көйөнә сит яҡҡа йәшәргә китеп тә туған телен онотмауы, киреһенсә, ғүмере буйы уға тартылыуы, уны һаҡлау буйынса ең һыҙғанып эшләүе һоҡланыу, ихтирам уятмай ҡалмай.
Читайте нас: