Все новости
Мәғариф
17 Апреля 2018, 13:39

ИСҠУЖИНДЫҢ ЭШЕ ДАУАМ ИТӘ

13 апрелдә Күмертауҙа күренекле педагог, мәғрифәтсе Мөхәмәт Исҡужин тормошона арналған уҡыусылар һәм уҡытыусылар араһындағы «II Исҡужин уҡыуҙары» Республика фәнни-практик конференцияһы уҙҙы. Сараны М. Аҡмулла исемендәге БДПУ, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы), ҡала мәғариф идаралығы һәм Күмертау ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ойошторҙо.



13 апрелдә Күмертауҙа күренекле педагог, мәғрифәтсе Мөхәмәт Исҡужин тормошона арналған уҡыусылар һәм уҡытыусылар араһындағы «II Исҡужин уҡыуҙары» Республика фәнни-практик конференцияһы уҙҙы. Сараны М. Аҡмулла исемендәге БДПУ, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы), ҡала мәғариф идаралығы һәм Күмертау ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ойошторҙо.


Почетлы ҡунаҡатар — Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы) аппараты етәксеһе Рөстәм Баянов, БДПУ-нан доценттар Зәки Әлибаев һәм Мәрхәбә Дәүләтшина, БДУ-нан доцент Нурислам Ҡалмантаев, РФ академияһы Өфө фәнни үҙәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтынан Әхәт Сәлихов, БР Яҙыусылар союзы ағзаһы Мәрйәм Бураҡаева, БР Мәғарифты үҫтереү институтынан доцент Фәнзил Санъяров, Башҡорттар ҡоролтайының Көньяҡ төбәк-ара берекмәһе етәксеһе Гөлнур Дәүләтйәрова, ҡала башлығы урынбаҫары Наталья Лапшина, ҡала мәғариф идаралығы директоры Николай Черепанов иң тәүҙә ҡаланың 27-се һанлы «Ҡыңғырау сәскә» балалар баҡсаһында башҡорт төркөмө асылыу тантанаһында ҡатнашты. Кескәйҙәр ҡунаҡтарға йыр-бейеү, ә ололар уларға уйынсыҡтар бүләк итте был күркәм байрамда. Балалар баҡсаһы мөдире Анна Башлыковаға ҡала башҡорттары ҡоролтайы исеменән Рәхмәт хаты тапшырылды.
Конференция М. Исҡужин исемендәге 13-сө һанлы башланғыс мәктәбендә дауам итте. Мәктәп алдында урынлашҡан арҙаҡлы мәғрифәтсенең һәйкәленә сәскәләр һалынғас, сарала ҡатнашыусылар фәнни проекттарҙы ҡарарға 10 секцияға таралышты. Фәнни конференцияла Күмертау, Мәләүез, Ишембай, Стәрлетамаҡ, Яңауыл, Ағиҙел, Өфө ҡалаларынан, Көйөргәҙе, Күгәрсен, Федоровка, Ауырғазы, Ҡырмыҫҡалы, Архангел, Йылайыр, Бөрйән, Баймаҡ райондарынан 200 кеше ҡатнашты. Сәрүәр Аслаева теләге булған һәр кемгә башҡорт милли биҙәүестәре буйынса оҫталыҡ дәрестәре бирҙе.

Пленар өлөштә сығыш яһаусыларҙың барыһы ла башҡорт телен уҡытыу, өйрәнеү темаһына ҡағылды. Шулай уҡ М. Исҡужиндың башҡорт халҡы өсөн башҡарған эштәрен дә онотоусы булманы. Сара һуңында башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереүҙә әүҙем эш алып барыусыларға Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Почет грамоталары һәм Рәхмәт хаттары, еңеүселәргә БР Мәғариф министрлығы һәм БДПУ дипломдары, сертификаттар тапшырылды.

«Ҡыңғырау сәскә» балалар баҡсаһында хәҙер 20 бала рәхәтләнеп туған телендә аралашасаҡ. Шулар араһында 3-сө БРГИ директоры Фәһим Боҫҡановтың ҡыҙы, райондың «Йәшлек» мәҙәниәт һарайы хеҙмәткәрҙәре Азамат һәм Закира Туйгилдиндарҙың ейәнсәре барлығы үтә лә ҡыуандыра. Улар, милли интеллигенция вәкилдәре булараҡ, милләттәштәренә был йәһәттән ысын өлгө күрһәтә. Юғиһә, арабыҙҙа балалары менән туған телендә аралашмаған, уларға туған телен өйрәтеүҙе кәрәк тип иҫәпләмәгән интеллигенттарыбыҙ ҙа юҡ түгел.

Фәнзил Бүләк улы САНЪЯРОВ, БР Мәғарифты үҫтереү институты доценты:

– Башҡорттар процент яғынан әллә ни күп булмаған Күмертауҙа башҡорт балалар баҡсаһы ла, башланғыс ҡына булһа ла, милли мәктәп тә эшләп килеүе ҡыуандыра. Етмәһә, бер нисә инновацион уҡыу йортонда башҡорт балаларына төплө белем алыу мөмкинлеге бар. Бөгөн мине иң ныҡ ҡыуандырғаны ҡаланың бер балалар баҡсаһында яңы башҡорт төркөмө асылыуы булды. Юғиһә, йәш ата-әсәләр, йөрөтөргә йыраҡ, тип балаларын милли баҡсаға бирмәй ҙә ҡуя. Ә эргәлә генә ошондай төркөмдәр асыла икән, бының өсөн ҡыуанырға кәрәк.

Исҡужин уҡыуҙарының быйыл икенсе тапҡыр үткәрелеүе Күмертау өсөн генә түгел, тотош башҡорт милли мәғарифы өсөн дә мөһим күренеш. Ана, юл алыҫ тип тормай уҡытыусылар балаларын эйәртеп әллә ҡайҙарҙан килеп еткән. Быға нисек ҡыуанмайһың инде! Алдағы йылдарҙа был фәнни-ғәмәли конференция күркәм йолаға әүерелһен, унан да бигерәк милләтебеҙгә файҙа килтерерлек булһын, ҡоро күҙ буяу өсөн генә үткәрелмәһен ине.


Мәрхәбә Сәйғәфәр ҡыҙы ДӘҮЛӘТШИНА, М. Аҡмулла исемендәге БДПУ доценты:

– Күмертауҙарҙың, яҡташтарының, халыҡ мәғрифәтсеһе Мөхәмәт Исҡужиндың педагогик эшмәкәрлеген, мираҫын ҡәҙерләп һаҡлауы, уның идеяларын практик яҡтан уңышлы дауам иттереүе, уны ихтирам итеп, уға арнап фәнни-ғәмәли конференциялар үткәреүе һоҡландыра. Мөхәмәт ағай, ысынлап та, быға лайыҡ шәхес. Мин уны яҡындан белә инем, милли мәғарифты тергеҙеү юлында уның менән бергә аралашып, кәңәшләшеп эшләргә тура килде заманында. Арҙаҡлы шәхесебеҙҙең исемен йөрөткән мәктәптә уның һәйкәленә тере сәскәләр һалыу, музейы менән яҡындан танышыу әйтеп бөтөргөһөҙ тәьҫораттар уятты. Күмертауҙар, бик изге эштәр башҡарғанһығыҙ бит. Ошо ҡаҙаныштарҙы юғалтмағыҙ, киреһенсә, уңышлы дауам иттерегеҙ. Минең төп теләгем шул.
Читайте нас: