2018 йылдың 21 апрелендә Башҡорт дәүләт университеты 4-се тапҡыр башҡорт теленән Төбәк диктанты ойошторҙо.
Быйылғы диктант тексы яҙыусы Мәрйәм Бураҡаеваның «Арғымаҡ» әҫәренән алынды. Уны М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры художество етәксеһе, РФ-ның атҡаҙанған артисы, БР-ҙың халыҡ артисы, РФ Дәүләт һәм Салауат Юлаев исемендәге БР Дәүләт премиялары лауреаты Олег Ханов уҡыны.
Күмертау ҡала башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе:
Күмертау ҡалаһында «Тоталь диктант» акцияһы ҡала башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты һәм Үҙәк ҡала китапханаһы менән берлектә ойошторолдо. Башҡорт теле буйынса үҙҙәренең белем кимәлен һынап ҡарарға 21 кеше килде. Мәктәп уҡыусылары, студенттар, уҡытыусылар, яҙыусылар, ҡала башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзалары һәм уларҙың рәйесе парта артына ултырҙы. Алдағы йылда диктант яҙырға теләүсе милләттәштәребеҙ тағы ла күберәк булыр, тип ышанабыҙ. Сөнки башҡорт теленән диктант яҙыу халҡыбыҙ тормошонда матур йолаға әйләнә бара.
район методика бүлеге мөдире:
Башҡорт теленән тоталь диктанттан көйөргәҙеләр ҙә ситтә ҡалғандары юҡ. Киреһенсә, йылдан-йыл унда ҡатнашыусылар һаны арта бара. Быйыл Бөгөлсән мәктәбенән башҡа райондың барлыҡ уҡыу йорттары уҡыусылары ла диктант яҙыуҙа ҡатнашты. (Бөгөлсәндә башҡорттар бик аҙ.) Бындай әүҙемлек ҡыуандыра. Уларға Мәрйәм Бураҡаеваның киң билдәле публицистик китабынан алынған текст ныҡ оҡшаны.
Диктант яҙыуҙың сифатына килгәндә, ул ҡәнәғәтләндерә. Мәҫәлән, Аҡһары мәктәбенән 12 кеше тоталь диктант яҙҙы. Шуларҙың 6-һы «5»кә, 5-һе «4»кә, 1-әүһе «3»кә яҙған. Был яҡшы. Бахмут мәктәбендә лә 9 кешенең 2-һе «5»кә, 6-һы «4»кә, 1-әүһе «3»кә яҙған. Күреүебеҙсә, бахмуттар ҙа аҡһарыларҙан ҡалышмай. Афариндар!
Дөйөм алғанда, башҡа уҡыу йорттарындағы диктант яҙыу һөҙөмтәләре лә ҡыуандыра. Алдағы йылда «5» билдәһенә яҙыусылар тағы ла күберәк булыр, тоталь диктантта ата-әсәләр ҙә, ололар ҙа ҡатнашыр, тип ышанабыҙ.
Сания КУЗБАЕВА, Аллабирҙе мәктәбе директоры:
Дүртенсе йыл рәттән үткәрелгән был изге сарала Ырымбур өлкәһенең Төйлөгән районы Аллабирҙе урта дөйөм белем биреү мәктәбе тәү тапҡыр ҡатнашты. Туған телгә һөйөү, ихтирам тәрбиәләү сараһында мәктәп уҡыусылары, уҡытыусылар, мәктәптең йыйыштырыусылары, ашнаҡсы, китапханасы һәм әсәйҙәргә тиклем ҡатнашты. Текст диктант яҙыусыларҙың күңеленә хуш килде. Эйе, моң кеше тормошонда ифрат ҙур роль уйнай. Сарала ҡатнашыусыларҙы Мәрйәм Бураҡаеваның әҫәре һоҡландырҙы, уйландырҙы. Фәһемле сараны ойошторорға ярҙам иткән Башҡорт дәүләт университетына рәхмәтлебеҙ.