Все новости
Мәғариф
24 Апреля 2018, 17:35

ЗӘК-ИШМӘТТӘР ӨЛГӨ КҮРҺӘТТЕ

Бар республика халҡы башҡорт теленән тоталь диктант яҙған ваҡытта, беҙ ҙә ситтә ҡалманыҡ. Был көндө региональ диктант яҙырға теләүселәр байтаҡ булды.

Бар республика халҡы башҡорт теленән тоталь диктант яҙған ваҡытта, беҙ ҙә ситтә ҡалманыҡ. Был көндө региональ диктант яҙырға теләүселәр байтаҡ булды. Бына улар, минең үҙемә лә дәрт-дарман, көс, илһам, ышаныс һәм яуаплылыҡ өҫтәүсе ауылдаштарым: Әлфиә Рәхимова, Лена Бәширова, Миләүшә Гудеева, Гөлмирә Казбакова, Гөлләрә Крайнова, Гөлдәр Усманова, Люциә Ишмөхәмәтова, Резеда Ишмөхәмәтова, Светлана Ишмөхәмәтова, Сәүиә Үлмәҫбаева, Зөләйха Кәримова, Фәйрүзә Әкбәрова һәм Рәмилә Әкбәрова. Юҡ ваҡытығыҙҙы бар итеп, бысраҡ көндә лә дәртләнеп йүгереп килеп еттегеҙ. Телебеҙгә битараф булмаусы ауылдаштарым, һеҙ барҙа телебеҙ ҙә, милләтебеҙ ҙә йәшәр! Зәк-Ишмәт ауылының башҡорт теленә битараф булмаған ҡатын-ҡыҙҙары, диктантҡа килеүегеҙ өсөн мең рәхмәт! Һеҙҙе ихтирам итәм, һеҙҙең менән ғорурланам, барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, ғаилә бәхете, балалар шатлығы, ейән-ейәнсәрҙәр ҡыуанысы теләйем!

Айгөл ГУРЬЯНОВА

Зәк-Ишмәт ауылы
Читайте нас: