Исемен күрһәтмәгән кешенән түбәндәге йөкмәткеле шылтыратыуҙы күптән ҡабул иттек. Ул «Вконтакте»лағы «Юшатыр» гәзите төркөмөндә лә баҫылды һәм бында бик ҡыҙыу бәхәс ҡупты. Сығарылыш класс уҡыусыһының әсәһе әйткәндәрен бөгөн гәзит уҡыусыларға ла тәҡдим итмәксебеҙ:
«Аноним, зинһар. Был ни ғиллә, яҡташтар, ҡайҙа тәгәрәйбеҙ? Аҙабыҙмы әллә? Ыштан тишеклектә эш юҡ, үҙебеҙ әллә ҡайҙа үреләбеҙ. Бай хәйерсе булып ҡыланабыҙ. Сығарылыш уҡыусыларының сығарылыш кисәһе хаҡында һүҙ. Һуң һәр беребеҙҙә кредит, ипотека, тағы әллә нәмәләр... Етмәһә, хаҡтар көндән-көн артҡандан-арта, осон-осҡа саҡ ялғап йәшәйбеҙ һәм шул уҡ ваҡытта балалар өсөн сығарылыш кисәһенә 11 мең һумдан аҡса йыябыҙ. Кем өсөн, нимә өсөн? Уҡытыусыларға бүләккәме - уларҙың эше шул - балалар уҡытыу, шуның өсөн хөкүмәт аҡса түләй уларға. Ашап-эсеүгәме? Булғанда бүреләй, булмағанда шүреләй булып сығамы ни? Балаларға артабан уҡырға кереү өсөн дә аҡса кәрәк, ә бар булғанын ошо бер кискә тығып бөтһәк, аҡыллы булабыҙмы? Донъяла аҙаҡҡы көн йәшәгәндәй туймаҫтай булып тығыныр өсөн бер кискә анауынсама аҡса сарыф итәбеҙме? Был шантаж тип атала - кем бирмәй, шул мөртәт (изгой). Бала күңеленә баҫым яһап, аҡса талап итеү. Ошо теманы күтәрһәгеҙ ине, «Юшатыр». Юҡһа, күп ата-әсә, хәле насар булһа ла, ҡарышмай түләргә тырышҡан була, ә ысынында был кешене тереләй һуйыу. Балаларға, ата-әсәгә ҡайҙан артыҡ аҡса табыуҙы уйларғамы әллә нисек итеп ЕГЭ биреүгә нервы бөтөрөргәме?»
Иң тәүҙә шуны иҫкәртеп әйтеп үтке килә: редакция авторҙарҙың фекере менән килешмәҫкә мөмкин. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, шул проблеманы күтәрегеҙ әле, тип үтенәләр икән, беҙ һәр ваҡыт ул проблеманың елегенә үтеп инергә, авторға нисектер ярҙам итергә, аңлатырға, һис булмаһа, әҙерәк булһа ла, тынысландырырға тырышабыҙ. Түбәндә бирелгән фекерҙәрҙән күренеүенсә, ысынлап та, ҡаланың барлыҡ мәктәптәрендә лә сығарылыш кисәләренә яҡынса 10 мең һум самаһы китә икәне билдәле булды. Ауылдарҙа ғына ул хәтлем сығым талап ителмәй. Шуныһы ла мөһим: аҡса йыйыуҙа уҡытыусыларҙың, мәктәп етәкселегенең бер ҡыҫылышы ла юҡ, барыһын да тик ата-әсәләр үҙҙәре генә хәл итә.
Земфира УСМАНОВА, 3-сө БРГИ директорының урынбаҫары:
- Сығарылыш кисәһенә аҡса йыйыу эшенә уҡыу йорто етәкселеге лә, уҡытыусылар ҙа ҡыҫылмай. Барыһын да ата-әсәләр үҙҙәре ата-әсәләр йыйылышында хәл итә. Шуға күрә күпмешәр һумдан йыйғандары хаҡында мин бер нәмә лә әйтә алмайым. Ә бына ҡаланың төп майҙанындағы байрамға барыр өсөн мәғариф идаралығынан һәр бер балаға һауаға осорор өсөн берәр гелийлы шар алып килергә ҡушыла. Бер гелийлы шарҙың хаҡын 38 һум менән һанағанда ла, мәҫәлән, 48 балаға 2 мең һумға яҡын аҡса килеп сыға. Бынан тыш 9-шар шар менән тағы ла 6 шәлкем шар алырға ҡушыла.
Люциә ӘЛМӨХӘМӘТОВА, Р. Солтангәрәев исемендәге Яңы Таймаҫ гимназияһының директор урынбаҫары:
- Сығарылыш класы ата-әсәләре күпмешәр аҡса йыялыр, уныһы беҙгә ҡараңғы. Мин һәр ваҡыт ата-әсәләргә беҙгә лә, гимназияға ла бер ниндәй ҙә бүләк алырға кәрәкмәй, тип туҡып ҡына торам. Беҙҙә ата-әсәләр байрамды биҙәү өсөн сәскә, шар кеүек ваҡ-төйәк әйберҙәргә, балаларға байрам табынына ғына йыя.
Гөлсиә МӘҠСҮТОВА, Яңы Таймаҫ ауылы:
- Минең быйыл ҡыҙым 11-се класты тамамлай. Балаларға таҫмалар, сәскәләр, шарҙар алыр өсөн ата-әсәләр менән кәңәшләшеп, 2-шәр мең һум йыйылыштыҡ. Байрам табыны өсөн әле йыйманыҡ. Уныһын аҙағыраҡ тағы йыйылышып һөйләшәсәкбеҙ. Унда инде алдан һөйләшеп, һәр бер ата-әсә үҙе нимәлер бешереп алып килә. Тик йәшелсә-емеш, һыу-соктар өсөн генә тағы 1-әр мең һум тирәһенән йыйылышырға тура килер инде.
Клара САТТАРОВА, 3-сө БРГИ-ның 11 «А» класы ата-әсәләре комитеты рәйесе:
- Беҙ ата-әсәләр йыйылышында балаларыбыҙға байрам эшләр өсөн һәр уҡыусынан 10-шар мең һум йыйырға һөйләштек. Бар ата-әсәләр ҙә риза булды. Был фотоальбомдар, видео, байрамды алып барыусылар, балаларға бүләк, уҡытыусыларға сәскәләр, залды биҙәү, гимназиябыҙға бәләкәй генә бүләк (проектор) алыр өсөн һәм шулай уҡ байрамды ресторанда дауам итер өсөн тотоноласаҡ. Ни өсөн нәҡ ресторанда тиһегеҙме? Сөнки хәҙер мәктәптәрҙә байрам табыны ойоштороу тыйыла. Осһоҙораҡ кафе табырға тырышып ҡараныҡ, әммә килеп сыҡманы. Беренсенән, ҡалала күмәк кеше һыйҙыра алырлыҡ урындар аҙ. Икенсенән, бөтә ерҙә лә уҡыусыларҙы алырға тормайҙар. Өсөнсөнән, күптәр 9-сы кластан уҡ кафеларҙа урын алып ҡуйған икәне билдәле булды. Етмәһә, быйыл сығарылыш кисәһе шәмбегә тура килә һәм күп кафеларҙа был көндө туйҙар планлаштырылған. Беҙ саҡ-саҡ шул «Арарат» кафеһына эләгеп ҡалдыҡ. Унда бер кешегә 2 мең һум түләр кәрәк. Ресторанға бармайбыҙ, тигәндәр ҙә бар, әлбиттә. Башҡа мәктәп ата-әсәләре менән дә һөйләшкәнем бар. Уларҙа ла шулай уҡ 10 мең һумдан йыялар. Хәҙер заманаһы шундай бит, бөтә нәмә лә ата-әсәләр аҡсаһына ҡоролған шул.
Гөлфиә ҠОТЛОМБӘТОВА, әсәй:
- Минең улым быйыл РПЛИ-ны тамамлай. Беҙ ата-әсәләр менән бөтә сығымдарҙы ла иҫәпләп сығарҙыҡ та, 10-шар мең һумдан йыйылышырға булдыҡ. Был сумма фото һәм видеоға төшөү, уҡытыусыларға һәм шулай уҡ тәрбиәселәргә сәскә-бүләктәр, кафеға барыу өсөн китәсәк.
Альбина ТУҠТАРОВА, 12-се мәктәптең 11-се класс уҡыусылары ата-әсәләр комитеты рәйесе:
- Фейерверк кеүек башҡа барлыҡ ваҡ-төйәк өсөн, ике ата-әсә лә кафеға барыу менән бергә беҙҙең бер балаға 10 000— 10 500 һум аҡса кәрәк килеп сыға. Ата-әсәләргә был сумманы бер юлы биреүе ҡыйын буласағын аңлап, был эште октябрь-ноябрь айҙарында уҡ башлап ебәрҙек. Улар аҡсаны яйлап ҡына, әҙләп кенә бирә килә. Кафены һайлағанда ла иң бюджет вариантты һайларға тырыштыҡ. Быйыл минең улым 11-се класты тамамлай, ә ҡыҙым тамамлаған саҡта аҡса тағы ла күберәк киткәйне әле, сөнки ҡыҙ кешегә әйбер күберәк кәрәк.
- Минең улым элекке йыл 11-се класты тамамланы. Ата-әсәләр йыйылышында сығарылыш кисәһенә һәр бер уҡыусынан 10-шар мең һум аҡса йыйылышырға ҡарар ителде. Минән башҡа бер ата-әсә лә был суммаға ҡаршы булманы. Мин улымды яңғыҙ тәрбиәләйем. Фатирҙы арендаға алып йәшәйбеҙ. Үҙегеҙ беләһегеҙ, Күмертауҙа аҡсалы эш табып булмай. Шуға күрә үҙем бер нисә эштә эшләһәм дә аҡса еткереүе еңелдән булманы. Шул 10 мең һум аҡсаның 5 меңен улай-былай итеп саҡ биреп ҡуйҙым. Миңә ата-әсәләр комитеты ағзалары: «Ҡасан тағы 5 меңен тапшыраһың?» - тип ҡәнәғәтһеҙлек тойғоһо белдерҙе. Нисек кенә тырышһам да, барыбер ҡалған 5 мең һумды бирергә хәлемдән килмәне. Һөҙөмтәлә, кафела уҙған сығарылыш байрам кисәһенә үҙем бара алманым. Минең аҡса бирә алмауым баламды ла урап үтмәне, әлбиттә. Һуңғы ҡыңғырау байрамында бөтә балаларға ла грамота тапшырған саҡта, спорт өлкәһендә күп уңыштарға өлгәшкән минең улым ситтә тороп ҡалды. Күп ата-әсәләр балаларының ана шундай яҙмышын уйлап, түләй алалармы был сумманы, юҡмы, өндәшмәй генә ултырыуҙы хуп күрә шул.
Был тема бик күптәрҙе һәм бик күптән борсоған, күрәһең. «Юшатыр» гәзите төркөмөндә был проблема буйынса фекерҙәр бигерәк күп булды, беҙ уларҙың ҡайһы берҙәре менән гәзит уҡыусыларҙы ла таныштырмаҡсыбыҙ, сөнки улар араһында көнө-төнө интернет селтәрен һаҡлап ултырмағандар ҙа бар бит әле.
- Ауылдарҙа 2 мең етә. Ул проблеманы юғарынан хәл итер кәрәк. Ата-әсәләр йыйылышында әйтһәң, яман күренәһең. Министрлыҡ бейеклегенән приказ менән хәл ителмәһә, булмаҫ. Яҙырға, йөрөргә кәрәк.
- Балаларға күп кәрәк хәҙер. Танышым һөйләп аптыратты: ҡыҙҙарға ике күлдәк ~5-6 мең һум, туфлиҙар ~ 3 мең һум. Макияж ~ 700 һум, прическа ~500 һумдан, маникюр ~ 500 һумдан. Етмәһә, шугаринг та мотлаҡ икән. Иҫ китмәле. Ярай әле минеке малай, хет ошоларына сығымдары юҡ, ти таныш. Унан кафе. Хаҡтарын беләһегеҙ инде. Балалары тамада мотлаҡ тигәндәр, ата-әсәләр тәҡдим иткәне отстой, улар теләгәнде һайлағандар, 30 мең! Уҡытыусыларҙың эштәре бигерәк күп, әхирәттең эшен күреп иҫ китә. Ял көнө лә сығып китә, әлеге лә баяғы балалар тәртип боҙған. Күп нәмә ата-әсәләрҙән тора. Уртаға һалып һөйләшергә кәрәк ине.
- Бәләкәйҙән яман өйрәткәс шулай була инде! Садиктан башлана выпускнойҙар, башланғыс класс өсөн, урта звеноны бөткәндә тағы выпускной, шунан 11-ҙе бөтөүгә шашҡан балалар таптыралар инде булмағанды. Һәм ҡыҙығы ла ҡалмай инде. Сығарылыш кисәһе ғүмерҙә бер генә була торған байрам булып ҡалһын ине ул. Кафе-ресторандарҙа түгел, ә мәктәптең үҙендә кластарҙа булһа ла мәктәп менән хушлашыу йолаһына әйләндерер кәрәк ине. Кафе-ресторандарҙа уҡып диплом алғас байрам итһендәр әйҙә.
- Ысынлап та, 10 мең һум бер айлыҡ эш хаҡы, беҙҙең өсөн күп ул. Ауылда 10-11-се синыфты япҡас, балабыҙ 11-се класҡа БРГИ-ға барҙы уҡырға. Сығарылыш кисәһе өсөн 11-12 мең һум тигәс, мин дә бер йыл ғына белем алған беҙҙең балабыҙ өсөн дә шулай уҡмы ни, тип һорап ҡуйҙым. Былай ҙа яңы барған бала сит ерҙә (етмәһә, БДИ) тип, балам кешенән кәм булмаһын тип, кафеға ла, шул суммаға ла риза булдыҡ.
- Нимәгә шашалар икән? Юғары уҡыу йортон тамамлайҙармы ни? Әҙерәк кешенең хәлен уйлаһалар ни була икән?! Хәҙер күпме кеше эшһеҙ интегә, эшләгәндәре лә умырып аҡса алып ултырмайҙар!
- Ооо, был теманы күптән күтәрергә ине. «Юшатыр», фекерем шундай: ата-әсәләр ғәйепле, балаларын шаштыралар. Бөтә яҡшы нәмә балаға тип, бала нимә һорай, шуны алып бирәләр. Хәҙерге балаларҙың ҡулында нимә? Ҡыйбатлы телефон, аяҡта ҡыйбатлы итек. Ата-әсә үҙенә 1 000 һумға итек алһа, балаһына хаҡына ла ҡарап тормай, магазиндар буйлап йөрөп, оҡшағанын һайлап алалар. Ысынлап та, был темаға бәхәсләшә башлаһаң, осо ла, башы ла юҡ. Һәр кемдең үҙ дөрөҫлөгө.
- Сығарылыш кисәһенә генә түгел әле, ремонтҡа ла әллә күпме аҡса йыялар. Партаһынан алып иҙәненә тиклем барыһын да ата-әсәләр алырға тейеш. Ата-әсәләрҙең күбеһе өндәшмәй. Ул хәҙәрем саманан сығырға кәрәкмәҫ ине, тип уйлайым. Бөтәһе лә бер хәлдә йәшәмәй бит. Хәҙер бер баланы уҡытыр өсөн генә күпме аҡса кәрәк. Балалар баҡсаһынан алып талай башлайҙар. Ҡайҙа бара был донъялар?
- Аҡса йыйыуҙа уҡытыусыларҙың бөтөнләй ҡыҫылышы юҡ. Ата-әсәләр үҙҙәре хәл итә. Сәскә бүләк итһәләр - рәхмәт, бирмәһәләр - береһенең дә күҙен соҡоп таптырған юҡ. 1 сентябрь көнөнә уҡыусы үҙҙәренең баҡсаһында үҙе үҫтергән астра-георгиндарын бүләк итә ала, ә 25 майҙа гөрләп тюльпан, нарцисс өлгөрә.
- Хәҙер бик күп сығарылыш кисәләрен «Красная дорожка Голливуда» тибында үткәрәләр. Был инде тантаналы өлөш+сығарылыш уҡыусылары концерты һәм теләк буйынса фуршет өҫтәле менән дискотека. Һеҙҙе кем кафеға барырға мәжбүр итә һуң?
- Мин үҙем Өфөлә йәшәйем. «Юшатыр»ҙы ауылға ҡайтҡан һайын рәхәтләнеп, тәмләп уҡып сығам. Ундағы һәр мәҡәлә миңә таныш. Төрлө проблемалар күтәреп, түңәрәк өҫтәлдәр ойоштороп торалар. Элек-электән халыҡ, үҙе хәл итә алмаған проблема менән гәзиткә мөрәжәғәт иткән. «Юшатыр»ҙа был әле лә дауам итә. «Юшатыр» гәзите күтәрмәһә, проблеманы тағы кем күтәрер һуң? Бар кеше үҙ проблемаһы менән ҡайҙа барып бәрелергә белмәһә, ҡайҙа бара? Шул «Юшатыр»ға бара бит. Хат авторын да аңлап була, үҙенә ябырылыуҙан ҡурҡып, исемен күрһәтергә теләмәгән. Балаларын уйлап, өндәшмәй ҡалалар шулай. Аҙаҡ нисек тә башҡаларҙан кәм-хур түгел икәнен дәлилләр өсөн, өҙөп-йолҡоп аҡса тапшыралар шунан. Ҡалала башҡорт теле менән дә проблема килеп тыуғайны, кем яҡлап сыҡты һуң? Баяғы «Юшатыр» яҡлап сыға ла, аҙаҡ үҙе үк ғәйепле булып ҡала. Гәзитте лә, был төркөмдө лә уҡып барам. Ныҡ оҡшай. Афарин тиергә генә ҡала уларға. Һәр кем үҙ фекерен әйтергә хоҡуҡлы бит был илдә.