Все новости
Мәғариф
27 Апреля 2018, 12:37

АҒИНӘЙҘӘР ТАРИХ ҺӨЙЛӘЙ

Аллабирҙе урта мәктәбе уҡыусылары «Минең Ырымбурым» курсы буйынса тыуған ауыл тарихын өйрәнә, уға ентекле төшөнөр өсөн ауылдың иң өлкән кешеләре, йәғни ауылыбыҙ тарихының тере шаһиттары менән дә осраша.

Аллабирҙе урта мәктәбе уҡыусылары «Минең Ырымбурым» курсы буйынса тыуған ауыл тарихын өйрәнә, уға ентекле төшөнөр өсөн ауылдың иң өлкән кешеләре, йәғни ауылыбыҙ тарихының тере шаһиттары менән дә осраша.

Балалар яңыраҡ оҙаҡ йылдар мәктәптә йыйыштырыусы булып эшләгән Мөхтәрәмә Әбдрәшитова инәй менән дәрестә яҡындан танышты. Мөхтәрәмә Харрас ҡыҙының йәштәше Латифа Солтан ҡыҙы Төркмәнова менән дә ҡыҙыҡлы дәрес-әңгәмә үткәрелде.

1927 йылдың 20 сентябрендә тыуған Аллабирҙе ҡыҙы Латифа инәйҙең ике ағаһы ла Бөйөк Ватан һуғышында илебеҙ азатлығы өсөн баштарын һала. Өлкән ағаһы – офицер, кесеһе данлыҡлы генерал Миңлеғәли Шайморатов етәкселегендәге 112-се һанлы Башҡорт атлы дивизияһында кавалерист була. 1945 йылдың апрелендә ғаилә «ҡара ҡағыҙ» ала. Латифа инәй әсәһе менән донъя көтә. Тормошҡа сыҡҡас та уны яңғыҙ ҡалдырмай: Сәхибә инәй ҡыҙы Латифа менән ғүмер буйы мал табибы булып эшләгән кейәүе Ғәйфетдиндең татыу, эшһөйәр ғаиләһендә ғүмер итә.

5 ул, 1 ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерә Төркмәновтар ғаиләһе. Хәҙерге көндә үҙ йортонда яңғыҙы ғүмер кисерә ауыл ағинәйе. 18 ейәне, 45 бүлә-бүләсәре һәм 2 тыуасарына һөйөнөп йәшәй ул. «Минең Ырымбурым» курсын Латифа инәйҙең ейәне Рәсүлдең кәләше,ике бала әсәһе, инглиз теле уҡытыусыһы Әлиә Филүз ҡыҙы Төркмәнова алып бара.

Сания КУЗБАЕВА,
мәктәп директоры
Ырымбур өлкәһенең
Төйлөгән районы
Аллабирҙе ауылы


Читайте нас: