Все новости
Мәғариф
28 Апреля 2018, 11:44

РӘШИТ АҒАЙ ЙЫЙҘЫ УЛАРҘЫ

Әллә ҡайҙан күренеп, мөһабәтлеге менән арбаған мәктәпкә ингәс тә, уның балҡышының эске рухлы мөхиттән килеүен аңлайһың. Балаларҙың, уҡытыусыларҙың йөҙөнән бөркөлөп торған нурға сорналып, коллективтың берҙәм, дуҫ, көслө булыуын тояһың. Бына ошондай рух ныҡлығы менән ҡаршы алды Таймаҫ ауылындағы Рәшит Солтангәрәев исемендәге гимназия-интернаты үҙ ҡунаҡтарын. Бында халҡыбыҙҙың оло шәхесенә арнап сираттағы “Солтангәрәев уҡыуҙары” республика фәнни-ғәмәли конференцияһы үтте.

Әллә ҡайҙан күренеп, мөһабәтлеге менән арбаған мәктәпкә ингәс тә, уның балҡышының эске рухлы мөхиттән килеүен аңлайһың. Балаларҙың, уҡытыусыларҙың йөҙөнән бөркөлөп торған нурға сорналып, коллективтың берҙәм, дуҫ, көслө булыуын тояһың. Бына ошондай рух ныҡлығы менән ҡаршы алды Таймаҫ ауылындағы Рәшит Солтангәрәев исемендәге гимназия-интернаты үҙ ҡунаҡтарын. Бында халҡыбыҙҙың оло шәхесенә арнап сираттағы “Солтангәрәев уҡыуҙары” республика фәнни-ғәмәли конференцияһы үтте.

Республикабыҙҙың 30-лаған ҡала һәм райондарынан 102 уҡыусы ҡатнашҡан сарала Бөтә Донъя башҡорттары Ҡоролтайының Аппараты етәксеһе Рөстәм Баянов, “Киске Өфө” гәзитенең баш мөхәррире, республика башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының “Ағинәй” йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Гөлфиә Янбаева, балалар яҙыусыһы Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина, БР Мәғарифте үҫтереү институтынан доцент Фәнзил Санъяров, танылған башҡорт композиторы Айрат Ҡобағошов, район хакимиәте башлығының кадрҙар эше һәм социаль сәйәсәт буйынса урынбаҫары Люциә Хәмитова, мәғариф бүлеге начальнигы Ирина Ибраһимова һәм башҡа бик күп ҡунаҡтар килгәйне. Ҡунаҡтарҙы икмәк, бал, йыр-бейеү менән тышта ҡаршы алғандан һуң, улар тарафынан Рәшит Солтангәрәев һәйкәленә сәскә һалыу башҡарылды.

Республика фәнни-ғәмәли конференцияһын Люциә Хәмитова асты.

- Беҙ ҡунаҡсыл район, шуға ла бөгөн һеҙҙе үҙебеҙҙең районда күреүебеҙгә бик шатбыҙ. Район хакимиәте башлығы Әхәт Ҡотлоәхмәтов, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, килә алманы, әммә үҙенең ҡайнар сәләмдәрен тапшырырға ҡушты, - тине ул. – Хөрмәтле ҡунаҡтар, беҙ һеҙҙең менән йыш осрашмайбыҙ, шуға мин үҙебеҙҙең батырҙар районы булыуыбыҙ тураһында һөйләмәй ҡала алмайым. Беҙҙең алты Геройыбыҙ бар. Ә бәләкәй генә Кинйә-Абыҙ ауылында өс батырыбыҙ булыуы тағы ла ҙур ғорурлыҡ. Рәсәйҙәге бер ауылдан да ундай өс батыр сыҡҡаны юҡ. Шулай уҡ беҙҙең күрше генә Ялсыҡай ауылында Социалистик Хеҙмәт Геройыбыҙ Шәүәли Вахитов та бар. Беҙ уның менән дә ғорурланабыҙ, уны ла хөрмәт итәбеҙ, - тине Люциә Тәлғәт ҡыҙы.

Аҙаҡ республикабыҙҙың төрлө тарафтарынан килгән ҡунаҡтарға уҡыу йорто буйлап гимназия директоры Гүзәл Усманова сәйәхәт ойошторҙо. Үҙҙәренең ҙур тәжрибә туплаған колективы, алдынғы уҡыусылары тураһында ғорурланып һөйләне. Мәктәп коридоры буйлап ойошторолған күргәҙмәләр ҙә күҙҙең яуын алды. Унда хеҙмәт дәрестәрендә эшләнгән төрлө ҡул эштәре, мәктәптең уңыштарын күрһәткән бихисап дипломдар, грамоталар, кубоктар барыһының да иғтибарын йәлеп итте.

Уҡыусылар төрлө секцияларға бүленеп көс һынашты. Шулай уҡ “Атам теле, әсәм теле, сәсән теле – Уралымдай йәшә мәңге, башҡорт теле!” тип исемләнгән шиғыр конкурсына ла ҡыҙҙар һәм егеттәр ныҡлы әҙерләнгән. Балалар секцияларҙа көс һынашҡан арала Өфө ҡунаҡтары, башҡорт теле уҡытыусылары ҡатнашлығында тел мәсьәләһе буйынса түңәрәк өҫтәл булды. Бында Рөстәм Баянов телде нисек һаҡлау тураһында һөйләне. Был юҫыҡта нимәләр башҡарыла, нимәләр килеп сыҡмауы хаҡында бәйән итте. Ҡоролтайға ғына һалышып ултырмағыҙ, бергә эшләйек. Һеҙ телегеҙ менән генә хәбәр итәһегеҙ, ә яҙма рәүештә берәү ҙә мөрәжәғәт итмәй, тип тә дәғүә белдерҙе. Ә иң мөһиме балаларҙы йәлеп итер өсөн дәрестәрҙе ҡыҙыҡлы итеп үткәрергә тәҡдим итте. Артабан һүҙҙе Фәнзил Санъяров алды.

- Мин һеҙгә, яҡташтар, тип өндәшәм. Сөнки был районда биш йыл эшләү дәүерем күңелемдә яҡты эҙ булып ҡалды. Һеҙҙе мин, көйөргәҙеләр, яҡын күрәм. Ә бөгөнгө һөйләшеүгә килгәндә, ЮНЕСКО әйтмешләй, ысынлап та, туған телдәрҙе юғалтыу ҡурҡынысы янай. Ә бит заманында телдәр күп бөткән, хәҙер уларҙы белмәйбеҙ ҙә. Туған телде уҡытыуҙа хоҡуҡ бар, тик ул бурыс түгел, тиҙәр. Уҡытырға йәки уҡытмаҫҡа ғариза яҙҙырып хәл итәләр. Ә ниңә, улай булғас, һалдаттарҙы ла әрмегә ғариза яҙҙырып ебәрмәйҙәр? Бында бит ҡапма-ҡаршылыҡ килеп сыға. Ошо ике нәмәне бер юҫыҡҡа һалып ҡараһаң, икеһе лә бер бит. Туған телдәрҙе уҡытыу ҙа мотлаҡ үтәлергә тейеш. Ләкин был проблеманы ҡылыс һелтәмәй генә, ата-әсәләрҙе, уҡытыусыларҙы, уҡыусыларҙы, йәмәғәтселекте бер-береһенә ҡаршы ҡуймай ғына, киреһенсә, бергә туплап хәл итергә кәрәк, - тине Фәнзил Бүләк улы.

Гөлфиә апай Янбаева ла һүҙһеҙ ҡалманы.

– Бөтәсәкбеҙ ҙә, бөтәсәкбеҙ, тип ултырмайыҡ әле, йәмәғәт. Ә, киреһенсә, йәшәйәсәкбеҙ, буласаҡбыҙ, тип тырышайыҡ, - тине ул. Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина ла, ҡысҡырып йөрөп, ғәйеплеләрҙе ситтән эҙләп йөрөмәгеҙ, бар нимә үҙебеҙҙән башлана, тип үҙ фекерен әйтте. Ҡыҙыу һөйләшеү үткән арала ҡыҙҙар һәм егеттәребеҙ ҡатнашҡан секциялар тамамланды. Өфө юғары уҡыу йорттарынан, Ырымбур аграр университетының Күмертауҙағы филиалынан, Күмертау уҡытыусылары тарафындағы жюри ағзалары еңеүселәрҙе билдәләп тә өлгөргәйне. Бар ҡатнашыусыларға ла уңыштар теләнде һәм Почет грамоталары тапшырылды, ә инде етәкселәренә рәхмәттәр әйтелде. “Юшатыр”гәзите лә буш ҡул барманы. Ул үҙенең Маҡтау грамоталарын Ермолаевоның 1-се һанлы мәктәбенең 8-се класс уҡыусыһы Ринат Келовҡа, Яҡуп мәктәбенең 8-се класс уҡыусыһы Динә Туйгилдинаға һәм Күмертауҙың 5-се һанлы мәктәбенең 3-сө класс уҡыусыһы Искәндәр Бураҡаевҡа тапшырҙы.

Уҡыусыларҙа әҙәбиәткә ҡарата һөйөү тәрбиәләгән сараны ойоштороусыларға республиканың төрлө тарафтарынан килгән ҡунаҡтар рәхмәт әйтеп, киләһе йылда ла ҡатнашыу теләген белдереп таралышты.



Читайте нас: