Все новости
Мәғариф
28 Апреля 2018, 11:49

ЫСЫН ӘРТИСТӘРМЕ НИ!

Айсыуаҡ мәҙәниәт йортонда район мәғариф бүлеге ойошторған Ғаилә йылына арналған театр коллективтарының «Театр яҙы -2018» конкурсы уҙҙы.

Айсыуаҡ мәҙәниәт йортонда район мәғариф бүлеге ойошторған Ғаилә йылына арналған театр коллективтарының «Театр яҙы -2018» конкурсы уҙҙы.

Райондың 17 мәғариф учреждениеһы конкурста ҡатнашырға теләк белдерҙе. Жюри ағзалары театр коллективтарын артислыҡ һәләттәре, телмәр культураһы, ролде башҡарыу техникаһы һәм декорациялар буйынса баһаланы. Уҡыусылар яҙыусыларҙың төрлө әҫәрҙәрен һәм шулай уҡ әкиәттәрҙе сәхнәләштерҙе. Телмәр тасуирлығы, дикция асыҡлығы буйынса Илкәнәй, Павловка, Кинйәбай, Бөгөлсән мәктәптәре һәм Ермолаевоның ике мәктәбе уҡыусылары бигерәк тә айырылып торҙо. Ә Абдул, Яҡшымбәт, Яңы Таймаҫ, Яңы Мораптал, Иҫке Мораптал мәктәптәре әртистәренең ҡыҙыҡлы, сағыу тамашаһы бер кемде лә битараф ҡалдырманы.


Конкурс һөҙөмтәләре буйынса Гран-при Ермолаевоның 1-се мәктәбенә бирелде.

Урта мәктәптәр араһында:

1-се урын — Ермолаевоның 2-се, Илкәнәй мәктәптәре;

2-се урын — Бөгөлсән, Яҡшымбәт мәктәптәре;

3-сө урын — Абдул, Яңы Таймаҫ мәктәптәре.

Дөйөм белем биреү мәктәптәре араһында:

1-се урын — Шәбағыш мәктәбе;

2-се урын — Свобода мәктәбе;

3-сө урын — Яҡуп мәктәбе.

Башланғыс мәктәптәр араһында:

1-се урын — Павловка, Кинйәбай мәктәптәре;

2-се урын — Яңы Мораптал, Иҫке Мораптал мәктәптәре;

3-сө урын — Яңы Мораптал, Яҡут мәктәптәре.

Номинацияларҙа:

«Иң яҡшы сәхнә композицияһы» - Аҡһары мәктәбе;

«Еңеүгә ынтылыш өсөн» - Зәк-Ишмәт, Иҫке Отрада мәктәптәре;

Шулай уҡ Ермолаевоның ике мәктәбе, Илкәнәй, Павловка, Кинйәбай мәктәптәре уҡыусылары актерлыҡ оҫталығы буйынса билдәләнде.

Асия КҮЛБАЕВА,

район методика кабинеты методисы
Читайте нас: