Все новости
Мәғариф
8 Мая 2018, 11:58

ФӘН ҺӨЙӨҮСЕЛӘР ЙЫЙЫЛДЫ

3-сө БРГИ-ла Бөйөк Еңеүҙең 73 йыллығына, Рәсәйҙәге Ирекмәндәр йылына һәм Башҡортостандағы Ғаилә йылына арналған «Фән көнө» фәнни-практик конференцияһы уҙҙы.

3-сө БРГИ-ла Бөйөк Еңеүҙең 73 йыллығына, Рәсәйҙәге Ирекмәндәр йылына һәм Башҡортостандағы Ғаилә йылына арналған «Фән көнө» фәнни-практик конференцияһы уҙҙы.

Совет һалдаттарының Бөйөк Ватан һуғышында еңеп сығыуының тарихи роленә, һәләк булғандарҙың яҡты иҫтәлегенә бағышлап, уҡыусылар иншалар, һүрәттәр, рефераттар конкурстарында ҡатнашҡан. Шулай уҡ класс сәғәттәре, һуғыш һәм тыл ветерандары менән осрашыуҙар үткәргән һәм уҡыусылар һуғыш ветерандары хаҡында бай мәғлүмәт туплап, тикшеренеү проекттары яҙған.

Пленар өлөштө 3-сө БРГИ-ның фәнни-методик эш буйынса урынбаҫары Рәзилә Исмәғилева асҡас, гимназия уҡыусылары үҙҙәренең ҡарт олаталарының һуғышта күрһәткән батырлыҡтары тураһында һөйләне. Мәртәбәле жюри-ҡунаҡтар — БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалы, Күмертау иҡтисад һәм хоҡуҡ институты, Ырымбур дәүләт университетының Күмертау филиалы уҡытыусыларының һәр береһе был сарала тәүге тапҡыр булмауҙары, тап ошо гимназияла уҙғарылған фән конкурстарына ашҡынып килеүҙәре, бында йылы атмосфера булдырылыуы, балаларҙың фәнгә ынтылышы өсөн ҡыуаныуҙарын белдереп сығыш яһанылар, уҡыусыларға изге теләктәрен еткерҙеләр.

Күмертау ветерандар советы рәйесе Закир Әкбәров: «Фронтовиктар киләсәк быуын, беҙҙең өсөн күп эштәр башҡарҙы. Уларҙың бик күптәре беҙҙең арала юҡ, әммә беҙ ветерандарыбыҙҙы бер ҡасан да оноторға тейеш түгелбеҙ. Әлеге көндә ҡалала ни бары 25 Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы ҡалды. Шуларҙың 6-7-әүһенең генә һаулыҡтары яғынан байрам тантанаһында ҡатнашыу мөмкинлеге бар. Һеҙ бөгөн ҙур эш башҡараһығыҙ, рәхмәт. Ветерандарға һәр ваҡыт, һәр яҡлап ярҙам күрһәтеп торорға кәрәк», - тине сығышында.

Йәш натуралистар станцияһы директоры Гөлнара Әминева 3-сө БРГИ-ның һәр ваҡыт һәм һәр бер эштә иң ҙур ярҙамсылары, иң әүҙемдәре булыуын билдәләп, Ирекмәндәр йылы уңайынан 3-сө БРГИ-ның иң әүҙем 4 уҡыусыһына — Наҙгөл Сәйфуллина, Светлана Степаненкова, Сәүиә Саттарова, Алина Ҡотлобаеваға Ирекмән танытмалары тапшырҙы.

6 секция эшендә 3-сө БРГИ, Өфөнөң 105-се гимназияһы, Ишембайҙағы Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге 2-се БРГИ, Стәрлетамаҡтың 2-се лицей-интернаты, Р. Солтангәрәев исемендәге Яңы Таймаҫ гимназияһы, Яҡшымбәт мәктәбе, Мәләүез, Күгәрсен райондары, Күмертау ҡалаһы уҡыусылары һәм уҡытыусыларының 40 доклады тыңланды. Быйылғы фәнни конференция «Быуындар хәтере» тигән яңы секцияның эшләй башлауы менән дә ҙур әһәмиәткә эйә булды.

Сара һуңында еңеүселәрҙе бүләкләнеләр. Артабан да фәнни-тикшеренеү эштәрен ошо юҫыҡта дауам итергә, конференция эштәрен айырым бер йыйынтыҡ итеп сығарырға тигән резолюция ҡабул ителде.


Читайте нас: