Все новости
Мәғариф
11 Мая 2018, 11:27

«КҮҢЕЛЛЕ СТАРТТАР» – ШӘБАҒЫШТА

Күптән түгел Шәбағыш мәктәбендә бик күңелле һәм файҙалы сара үтте. Йәмле яҙҙың бер көнөндә әсәйҙәр ҙә, балалар ҙа спорт залына йыйылды. Яҡты, иркен зал матур итеп биҙәлгәйне. «Күңелле старттар» Ғаилә йылына арнап үткәрелде.

Әсәйҙәр һәм балалар ике командаға бүленеп, етеҙлектә, ҡыйыулыҡта, тапҡырлыҡта көс һынашты. Физик культура уҡытыусыһы Әлфиә Ғәфүр ҡыҙы Әминова ярыштарҙы оҫта итеп ойошторҙо. Барыһына ла «Туннель», «Шаян пингвин», «Тылсымлы таяҡ» эстафета уйындары ныҡ оҡшаны. Әсәйҙәр ҙә, балалар ҙа ҡапсыҡтар кейеп йүгерҙе. Көйәрмәндәр уларға көс-дәрт биреп торҙо. Капитандар конкурсы айырыуса йәнле үтте. Эстафеталар ваҡытында күңелле көйҙәр уйнатылды. Тамашасылар көслө итеп ҡул сапты... Шатлыҡлы көлөү ауаздары яңғырап торҙо.

Шәбағыш ауылы биләмәһе хакимиәте байрамдың иғәнәсеһе булды. Хакимиәт башлығы Әлфиә Мансур ҡыҙы Ханбәкова мәктәптә үткәрелгән бындай саралар ваҡытында һәр ваҡыт ярҙам ҡулын һуҙа, шуға күрә бер кем дә бүләкһеҙ ҡалмай. Күптән көтөп алған ярыштарҙан барыһы ла шатланып, күңелдәре булып ҡайтты.
Читайте нас: