Все новости
Мәғариф
11 Мая 2018, 11:25

ӨЛГӨ АЛЫРЛЫҠ АҒАЙҘАР

Күптән түгел ҡаланың 10-сы һанлы мәктәбенең кадеттар ротаһында ҡала хакимиәте башлығы Борис Беляев ҡатнашлығында Күмертау ҡалаһы һәм Көйөргәҙе районы буйынса суд приставтары бүлеге начальнигы Дмитрий Гаврилов менән осрашыу үтте.

Йолаға әүерелеүенсә беҙ уға “Ҙурҙарға йөҙ һорау” ток-шоу сиктәрендә үҙебеҙҙе ҡыҙыҡһындырған һорауҙарыбыҙға яуаптар алдыҡ. Шулай уҡ Дмитрий Геннадьевич үҙенең эше, тормошо тураһында ҡыҙыҡлы итеп һөйләне. Бигерәк тә киләсәккә һөнәр һайлау буйынса уға һорауҙар күп бирелде. Д.Гаврилов ҡайҙа, нисек уҡыуы тураһында әйтте, беҙгә кәңәштәр ҙә бирҙе. Уның ихлас әңгәмәһе аша үҙ эшен яратыуын аңланыҡ. “Мин РФ Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаровтан өлгө алырға тырышам”, - тине ул. Ысынлап та Зариф Закир улы беҙҙең белем усағында ла булғаны бар һәм ул беҙҙең менән ябай, ҡыҙыҡлы итеп аралашты.

Ә беҙ мәктәбебеҙҙә тағы ла бер өлгө алырлыҡ кеше, Дмитрий Геннадьевичты күреүебеҙгә бик шатбыҙ. Уның менән аралашыу барыбыҙға ла оҡшаны.

Дарья БОБРОВНИКОВА,
10-сы мәктәптең кадет
класы уҡыусыһы

Читайте нас: