Все новости
Мәғариф
18 Мая 2018, 12:29

БАШҠОРТОСТАН ИСЕМЕНӘН ҠАТНАШАЛАР

Ҡаланың 5-се һанлы мәктәбе командаһы «Беҙ бергә!» тип аталған Бөтә Рәсәй фестивалендә ҡатнаша. Улар уҡыу йылы дауамында барған онлайн-конкурс һөҙөмтәһе буйынса Күмертау ҡалаһы исеменән генә түгел, ә бөтә Башҡортостан исеменән ҡатнашыу хоҡуғына эйә булған.

Уҡыусы йәштәрҙең фестивале Ҡара диңгеҙ буйындағы «Смена» Бөтә Рәсәй балалар үҙәгендә 9-сы тапҡыр старт алды. Был сараның маҡсаты — йәштәр мөхитендә мәҙәниәт-ара бәйләнеште үҫтереү. Рәсәйҙең 40 төбәгенән килгән 40 команда бында ике аҙна буйы бер-береһе менән аралашып, төрлө ҡыҙыҡлы шәхестәр менән осрашып, әңгәмәләшеп, милләт-ара һәм мәҙәниәт-ара бәйләнештәрҙе нығытыу эштәрен башҡарасаҡ.

16 майҙа фестивалде асыу тантанаһында ҡатнашыусы РФ Дәүләт думаһы комитетының милләттәр эше буйынса рәйесе, РФ Президенты эргәһендәге милләт-ара бәйләнештәр буйынса Советы ағзаһы Илдар Ғилметдинов та үҙ сығышында: «Милләт-ара килешеү — беҙҙең илдә иң мөһим мәсьәләләрҙең береһе булып тора. Йәш быуындың бер-береһен традициялар һәм мәҙәниәт аша таныуы бигерәк тә яҡшы. Ошоноң кеүек фестивалдәр Рәсәйҙә етешмәй. Смена аҙағына егеттәр һәм ҡыҙҙар бөтмәҫ-төкәнмәҫ тәьҫораттар ғына алып ҡайтмаясаҡ. Улар шулай уҡ артабан да бер-береһе менән аралашып, дуҫлашып, ярҙамлашып йәшәйәсәк» - ти.
Читайте нас: