Ҡаланың 3-сө БРГИ уҡыусылары йыл да Кинйәабыҙҙағы Кинйә Арыҫланов музейына бара. Улар сәйәхәт итеп, музейҙы күреп кенә ҡайтмайҙар, ә тирә-яҡты тәртипкә килтереп ярҙам да итәләр.
Күптән түгел был уҡыу йортоноң 8-се класс уҡыусылары директор урынбаҫары Земфира Усманова, тәрбиәселәре Элмира Рафиҡова, география һәм биология уҡытыусыһы Илдар Таипов менән дүртенсе тапҡыр шул изге эште башҡарырға барҙылар. Уларҙы музей директоры Мөслимә Биктимерова ихлас ҡаршы алды.
Уҡыусылар Еңеүҙең 40 йыллығына арналған скверҙы йыйыштырҙы, ҡороған ағастарҙы киҫеп, сүп-сар таҙартты, бордюрҙарҙы аҡланы. Музей тирә-яғына төрлө-төрлө сәскәләр ҙә улттырттылар. Ошо уҡ ауыл ҡаһарманы Сәлмән Биктимеровтың улы Харрас Биктимеров Еңеүҙең 40 йыллығына арналып ҡуйылған сквер һәм обелиск тарихтары тураһында, Кинйәабыҙ ауылы батырҙарының Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыуҙары хаҡында ентекле һөйләне. Шулай уҡ уҡыусылар башҡорттарҙың 1773-1775 йылдарҙағы Емельян Пугачев етәкселегендәге Крәҫтиәндәр һуғышында ҡатнашыуҙары, Кинйәабыҙ ауылы тарихы хаҡында ла ҡыҙыҡһынып тыңланы.
Эш бөткәс, Мөслимә Нурулла ҡыҙы барыһын да тәмлекәстәр менән сәй эсергә саҡырҙы. Өҫтәл артында бергәләп ял итеп алғас, 3-сө БРГИ уҡыусылары музей буйлап сәйәхәт ҡылды. Мөслимә Биктимерова ҡунаҡтарға төрлө экспонаттар тураһында ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр һөйләне. Ошо бәләкәй генә ауылдан өс Советтар Союзы Геройы сығыуы уҡыусыларҙа ғорурлыҡ хисе уятты.
Ҡайтып барғанда улар үҙҙәренең уҡытыусылары менән элекке Үрге Мотал ауылы карьерын да кереп күрҙе.