Все новости
Мәғариф
25 Мая 2018, 12:17

«МОРАПТАЛ УҠЫУСЫЛАРЫ АЛҒА БАРА»

Баязит Бикбай исемендәге Мораптал урта мәктәбенә 23 май көндө, йыраҡ араларҙы яҡынайтып, ҡәҙерле ҡунаҡтарыбыҙ килде. Улар – Баязит Бикбай премияһы лауреаты, үҙешмәкәр рәссам, күп тарихи китаптар авторы, яҡташыбыҙ Йәдкәр Әхәт улы Бәширов һәм уның тормош иптәше Фирҙәүес Тимербулат ҡыҙы Бәширова, Көйөргәҙе районы мәғариф бүлеге начальнигы Ирина Ринат ҡыҙы Ибраһимова, Көйөргәҙе районы мәғариф бүлегенең методик үҙәк етәксеһе Ләйсән Хәсән ҡыҙы Аҙнабаева.

Баязит Бикбай исемендәге Мораптал урта мәктәбенә 23 май көндө, йыраҡ араларҙы яҡынайтып, ҡәҙерле ҡунаҡтарыбыҙ килде. Улар – Баязит Бикбай премияһы лауреаты, үҙешмәкәр рәссам, күп тарихи китаптар авторы, яҡташыбыҙ Йәдкәр Әхәт улы Бәширов һәм уның тормош иптәше Фирҙәүес Тимербулат ҡыҙы Бәширова, Көйөргәҙе районы мәғариф бүлеге начальнигы Ирина Ринат ҡыҙы Ибраһимова, Көйөргәҙе районы мәғариф бүлегенең методик үҙәк етәксеһе Ләйсән Хәсән ҡыҙы Аҙнабаева.

Мораптал урта мәктәбе уҡытыусылары, уҡыусылары дүртенсе йыл инде яҡташтары менән осраша. Йәдкәр ағай тәүге осрашыуҙа мәктәпкә үҙенең картиналарын бүләк итте һәм һәләтле балалар өсөн премияһын да булдырған ине. Уҙған йылды был осрашыуҙа балалар үҙҙәренең рәсемдәр конкурсы менән бер рәттән фәнни-тикшеренеү эштәре менән сығыш яһаны һәм шулай уҡ иҫтәлекле бүләктәр менән бүләкләнде.

Быйыл да беҙҙең көтөп алған хөрмәтле ҡунаҡтарыбыҙ шул изге эште башҡарырға килгән. Ҡунаҡтар балаларҙың рәсемдәрен ҡарап, баһалап сыҡҡандан һуң уҡыусыларҙың фәнни-тикшеренеү эштәрен тыңланы. Уларҙың эштәре тыуған яҡты өйрәнеү менән бәйләнгәйне: 8-cе класс уҡыусыһы Альфира Мөғинова ( етәксеһе Сәғитова Р.Ю.) «Мәлгә килеп донъяға, тере ҡалды мәңгегә», 9-сы класс уҡыусыһы Ләйсән Сәйфуллина (етәксеһе Сынбулатова Ғ.Н) «Башҡорт рухы Нева буйында», 10-сы класс уҡыусыһы Айһылыу Байгилдина (етәксеһе Сәғитова Р.Ю.) «Туҡевтар нәҫеле», 4-се класс уҡыусыһы Азамат Сарлыбаев (етәксеһе Ғәлиева Г.С.) «Тыуған еркәйемдең файҙалы ағы ла, ҡараһы ла», 7-cе класс уҡыусыһы Айлина Ҡотлобаева (етәксеһе Мөлөкова Г.Ф.) «Яҡут ауылының ер-һыу атамалары һәм уларға бәйле легендалар» тигән темаларға докладтар һөйләне.

Йәдкәр Әхәт улы: «Балалар, тормоштоң ҡәҙерен белеп, тырышып уҡығыҙ. Ваҡытығыҙҙы дөрөҫ бүлегеҙ», - тине һәм рәсемдәргә баһа биреп сыҡты, уҡыусыларға үҙ кәңәштәрен еткерҙе. Графика менән живопись өлкәһендәге ижади эҙләнеүҙәре өсөн I урынға Айһылыу Байгилдина (3000 һум премия), Лиана Ҡәҙерғолова (3000 һум премия), II урынға Әлфизә Ғәлимова (2000 һум премия), Гөлназ Әбдрәшитова (2000 һум премия) лайыҡ булды. Ҡалған ҡатнашыусыларға бүләктәр бирелде.

«Мораптал мәктәбе уҡыусылары алға бара. Йылдан-йыл үҙгәрә, – тине Фирҙәүес Тимербулат ҡыҙы. – Эҙләнеү эштәре буйынса киләсәктә киңерәк уйлап яҙырға кәрәк, – тип кәңәш бирҙе ул һәм 4-се синыф уҡыусыһы Азамат Сарлыбаевты эҙләнеү эштәре өсөн 2000 һум премия менән бүләкләне. «Яҡшы эштәр менән Өфөгә генә түгел, Ҡазанға ла килегеҙ, – тип дәртләндерҙе.

Ирина Ибраһимова Мораптал уҡыусыларының эҙләнеү эштәрен интернет селтәренән алмайынса үҙҙәре яҙыуын билдәләне, оҫта сығыш яһауҙары оҡшауын әйтте. Мораптал мәктәбе директоры Гөлкәй Шәмсетдинова Йәдкәр Әхәт улы һәм Фирҙәүес Тимербулат ҡыҙына үҙенең ҙур рәхмәттәрен әйтеп, киләсәктә лә һеҙҙе көтөп ҡалабыҙ, тине.

Мораптал мәктәбенең башҡорт теле уҡытыусылары


Читайте нас: