Юшатыр
-15 °С
Облачно
75 лет Победы
Все новости
Мәғариф
25 Мая 2018, 12:26

РӘСӘЙ КИМӘЛЕНДӘ ТАНЫЛҒАНДАР

Район хакимиәтендә Көйөргәҙе районы уҡыусыларының Бөтә Рәсәй кимәлендә өлгәшкән уңыштарына арналған сара уҙҙы.

Район хакимиәтендә Көйөргәҙе районы уҡыусыларының Бөтә Рәсәй кимәлендә өлгәшкән уңыштарына арналған сара уҙҙы.

Тантананы район мәғариф бүлеге начальнигы Ирина Ринат ҡыҙы Ибраһимова асты. Ул Мәскәү өлкәһе Королев ҡалаһында уҙған Бөтә Рәсәй олимпиадаһында ҡатнашып, 3-сө урын яулаған Ермолаевоның 1-се мәктәбенең 9-сы класс уҡыусыһы Юлия Матвеева һәм уның ғилми етәксеһе Альбина Бикбулат ҡыҙы Сәйетбатталованы һәм «Хәтер вахтаһы-2018» Бөтә Рәсәй акцияһы сиктәрендә Волгоград өлкәһендә эҙләнеү экспедицияһында, Мамай курганында 9 Май байрамында ҡатнашҡан Зәк-Ишмәт ауылының «Ҡаһарманлыҡ» эҙләнеү отряды ағзалары һәм уларҙың етәкселәре Салауат Мәхмүт улы Сатыбаевты тәбрикләп: «Бөтә Рәсәй сараларында ҡатнашыу — оло яуаплылыҡ. Һеҙ үҙегеҙҙе иң яҡшы уҡыусылар итеп күрһәттегеҙ. Артабан да белемегеҙҙе тулыһынса Көйөргәҙе районы үҫеше өсөн ҡулланыуығыҙҙы теләйем», - тине.

Район Хакимиәте башлығы Әхәт Йәүҙәт улы Ҡотлоәхмәтов та алдынғы уҡыусыларға изге теләктәрен еткерҙе, уларҙың етәкселәренә рәхмәт әйтте һәм «Ҡаһарманлыҡ» эҙләнеү отряды ағзаларына «Рәсәй эҙләнеү хәрәкәте»нең Маҡтау ҡағыҙҙарын тапшырҙы. Иң аҙаҡтан уҡыусылар үҙҙәренең тәьҫораттары, төрлө кәңәштәре, ҡыҙыҡлы тарихтары менән бүлеште.


Читайте нас в