Юшатыр
+6 °С
Облачно
ҮҘЕБЕҘ ХАҠЫНДА ҮҘЕБЕҘ
Йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәр
Все новости
Мәғариф
1 Июня 2018, 12:24
ЙЫШЫРАҠ ҮТКӘРҺЕНДӘР
Күмертау ҡалаһының 6-сы һанлы урта мәктәбендә «Туған телем — иркә гөлөм» тигән матур сара үтте.
Күмертау ҡалаһының 6-сы һанлы урта мәктәбендә «Туған телем — иркә гөлөм» тигән матур сара үтте.
Хәмдиә Закир ҡыҙы Ҡолмөхәмәтова
әҙерләгән был сарала уҡыусы балалар, башҡорт телендә рәхәтләнеп йырҙар йырланы, туған телдәрен, башҡорт батырҙарын данлап шиғырҙар һөйләне. Ҡунаҡҡа саҡырылған
Ринат Хәйбуллин
ағай балаларға өҙҙөрөп башҡорт көйөн уйнаны, моңло итеп йырҙар йырланы. Беҙ, ата-әсәйҙәр, олатай-өләсәйҙәр балаларыбыҙ өсөн ғорурланып ултырҙыҡ. Минең ейәнсәрем 5 «Г» класы уҡыусыһы
Юлиә Сафина
саф башҡортса, әсә телендә шиғыр һөйләне. Балаларыбыҙҙың ошолай итеп үҙ телдәрендә һөйләшеп, башҡорт йырҙарын матур итеп йырлай белеүҙәрендә башҡорт теле уҡытыусыһы Хәмдиә Закир ҡыҙының өлөшө ҙур. Мин барлыҡ атай-әсәйҙәр исеменән уға ҙур рәхмәтемде белдерәм. Мәктәптәрҙә ошондай сараларҙы йышыраҡ үткәрһендәр ине, тигән теләк менән беҙ ҡыуанышып таралыштыҡ. Бөтә башҡорт халҡына өндәшәһем килә: «Онотмайыҡ телебеҙҙе, тарихыбыҙҙы! Юғалтмайыҡ башҡорт йырын, моңон, көйөн!» Балаларыбыҙ, ейән-ейәнсәрҙәребеҙ менән үҙ телебеҙҙә һөйләшәйек, башҡорт йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен өйрәтәйек.
Рәсимә ҮЛМӘҪБАЕВА
Күмертау ҡалаһы
Фәриҙә ИСХАҠОВА фотоһы
Читайте нас: