Все новости
Мәғариф
9 Июня 2018, 11:32

39-СЫ ТАПҠЫР

Шәбағыш ауылындағы А.С. Пушкин музейы традиция буйынса 39-сы тапҡыр бөйөк шағирҙың тыуған көнөндә — 6 июндә матур сара ойошторҙо.

Шәбағыш ауылындағы А.С. Пушкин музейы традиция буйынса 39-сы тапҡыр бөйөк шағирҙың тыуған көнөндә — 6 июндә матур сара ойошторҙо.

Йыл да был кисәне ойоштороусы Шәбағыш мәктәбенең юғары категориялы башланғыс кластар уҡытыусыһы Гөлнара Ноғоманова быйыл да балалар менән бергә Пушкин әҫәрҙәре буйынса һүрәттәр, тасуири шиғыр һөйләү конкурстары үткәрҙе. Байрамға Отрада, Зәк-Ишмәт мәктәбе уҡыусылары, Күмертау яҙыусылар ойошмаһы ағзалары Закир Әкбәров, Геннадий Басов, Владимир Пивоваров килгәйне. Шулай уҡ Мәләүез, Сургут ҡалаһынан килгән ҡунаҡтар булды. Сарабыҙ йола буйынса Пушкин музейы буйлап сәйәхәттән башланды. Мәләүездән килгән һәүәҫкәр рәссам Рафаэль Насиров Пушкиндың портретын бүләк итеп ҡыуандырҙы. Мәктәп ашнаҡсыһы Гөлсинә Бәширова был көндө Пушкиндың иң яратҡан аҙыҡтарының береһе — жаркое һәм еләк морсы әҙерләп, балаларҙы һыйланы.

Шулай уҡ күркәм шиғриәт кисәһе үткәреүҙә ҡатнашыусы уҡытыусылар Әлфиә Әминева, Мәҙинә Сәйфуллина, әүҙем уҡыусылар Әлфирә Юлдашева, Рәсүл Ишмөхәмәтов, Иҙел Ҡасимов, Айҙар Мөхәмәҙиев, Динә Ишмөхәмәтова, Гүзәл Оркина, Георгий Юдинцев, Алтынай Сәйфуллина, Гүзәл Әхиәроваларҙы ла билдәләп үтке килә.

Бөйөк шағирға арналған һәр бер сара ауылыбыҙҙы күркәмләп торған А.С. Пушкин һәйкәле алдында үткәрелә. Беҙҙең быйылғы байрам киләһе йылда уҙасаҡ Пушкиндың тыуыуына 220 йыл һәм музейыбыҙҙың 40 йыллыҡ юбилей сараларына әҙерлек булып торҙо.

Рафиҡ ӘМИНЕВ,
А.С. Пушкин музейы директоры
Шәбағыш ауылы


Читайте нас: