Все новости
Мәғариф
26 Июня 2018, 12:55

ХУШ БАЛА САҠ, ҺАУМЫ ЙӘШЛЕК!

Үткән шәмбе көндө бар ерҙә лә 11-се класс уҡыусыларының йәшлек байрамы – сығарылыш кисәһе булды.

Үткән шәмбе көндө бар ерҙә лә 11-се класс уҡыусыларының йәшлек байрамы – сығарылыш кисәһе булды. Ҡалабыҙ менән районыбыҙ ҙа йола булараҡ үҙҙәренең ҡарлуғастарына аҡ юл теләп, уларҙы оло юлға осорҙо. Быйыл Күмертауҙан 392 һәм районыбыҙҙан 82 уҡыусы 11-се класты тамамланы. Сығарылыш ҡыҙҙарыбыҙ һәм егеттәребеҙ араһында ҡаланан 78 миҙалсы сыҡһа, райондан - 19. Беҙ ҙә уҡыусыларыбыҙҙы ғүмерҙәренең иң иҫтәлекле, онотолмаҫлыҡ гүзәл йәшлек байрамдары менән ҡотлайбыҙ һәм тырышып уҡыған бер нисә миҙалсыбыҙҙың шатлыҡтары менән дә бүлештек.


Азат ҒӘББӘСОВ, Павловка мәктәбенең сығарылыш уҡыусыһы:

- Күңелдәрҙә - бөтмәҫ шатлыҡ. Имтихандарымды уңышлы тапшырып, мәктәпте алтын миҙалға бөтөүемә ҡыуанам. Минең 1-се кластан бирле тырышып уҡыуым бушҡа булманы. Уҡыуҙа ла, кластан тыш төрлө сараларҙа ла һәр саҡ ҡатнашырға өлгөрҙөм. Быны күрә белгән, миңә белем биргән уҡытыусыларыма рәхмәтлемен. Шулай уҡ һәр саҡ янымда миңә ныҡлы терәк булған атай-әсәйемә лә сикһеҙ рәхмәтлемен. Барлыҡ сығарылыш уҡыусыларына ла уңыштар теләйем.


Илүзә РЫҪҠОЛОВА, Р. Солтангәрәев исемендәге Таймаҫ гимназияһының сығарылыш уҡыусыһы:

- Мәктәпте алтын миҙал менән тамамлауыма бик шатмын. Был һөҙөмтәгә килеү – бала саҡтағы хыялдарымдың береһе ине. Биргән белемдәре, файҙалы кәңәштәре өсөн уҡытыусыларымдың барыһына ла оло рәхмәттәремде еткерәм. Киләсәктә һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә эшләргә хыялланам. Бигерәк тә хирург һөнәрен яҡын күрәм. Алла бирһә, барыһы ла яҡшы булыр, тип өмөтләнәм. 11-се класты тамамлаған һәр егет-ҡыҙҙың да теләктәре тормошҡа ашһын!


КӨЙӨРГӘҘЕ РАЙОНЫНЫҢ СЫҒАРЫЛЫШ СИНЫФТАРЫ УҠЫУСЫЛАРЫ!

Мәктәпте тамамлауығыҙ менән ысын күңелдән ҡотлайым! Сығарылыш кисәһе – һеҙҙең, атай-әсәйҙәрегеҙҙең һәм уҡытыусыларығыҙҙың тормошондағы ҙур ваҡиға ла, байрам да! Ошо көндән алып һеҙҙең алдығыҙҙа ололар тормошона ишектәр асыла, ә өлгөргәнлек аттестаты уға путевка булып хеҙмәт итәсәк. Алда һеҙҙе үҙаллы ололар тормошо, эш көтә.

Бөгөн һеҙ уҡыу йылдарындағы иң яҡшы хәтирәләрҙе иҫегеҙгә төшөрәһегеҙ, иң яуаплы ҡарарҙар ҡабул итеү алдында тораһығыҙ. Мәктәп йылдарында тупланған ижади һәм интеллектуаль белемегеҙҙе артабан да байытырһығыҙ, үҫтерерһегеҙ, тип ышанам.

Һеҙ йәшһегеҙ, көс-дәртегеҙ ташып тора, киләсәккә ҡорған ҙур уй-пландарығыҙ бар. Быға тиклем ирешелгәндәр менән генә ҡәнәғәтләнеп, туҡтап ҡалмағыҙ, тағы ла яҡшыраҡ булырға тырышығыҙ, үҫергә, үрләргә ынтылығыҙ! Көйөргәҙе районына һеҙҙең белемегеҙ, эшкә бирелгәнлегегеҙ, тыуған ергә ҡарата булған һөйөүегеҙ һәр саҡ кәрәк икәнлеген иҫегеҙҙә тотоғоҙ. Һеҙгә ҙур яуаплылыҡ йөкмәтелә, сөнки районыбыҙҙың, республикабыҙҙың һәм Рәсәйҙең киләсәген һеҙ төҙөйәсәкһегеҙ.

Һәр ҡайһығыҙ үҙегеҙ һайлаған юлдың уңышлы булыуын, һеҙгә бәхет килтереүен теләйем. Ә ғүмерлеккә һайлаған эшегеҙ үҙегеҙгә ҡәнәғәтлек, Ватаныбыҙға файҙа килтерһен.

Барығыҙға ла хәйерле юл, уңыштар, үҙ көсөгөҙгә ныҡлы ышаныс юлдаш булһын!

Ә.Й. ҠОТЛОӘХМӘТОВ,

Көйөргәҙе районы муниципаль район

Хакимиәте башлығы


ҠОТЛАЙБЫҘ
Көйөргәҙе районы урта дөйөм белем биреү уҡыу йорттарынан 2017-2018 уҡыу йылын миҙалға тамамлаусы сығарылыш кластары уҡыусылары:

ӘБДРӘШИТОВА Гөлназ Таһир ҡыҙы, Яңы Мораптал урта мәктәбе;

АКЛАЕВА Яна Тимур ҡыҙы, 1-се һанлы Ермолаево урта мәктәбе;

АНДРЕЕВА Ольга Олеговна, 2-се һанлы Ермолаево урта мәктәбе;

БАЙҒУЖИНА Алһыу Зинфир ҡыҙы, 2-се һанлы Ермолаево урта мәктәбе;

ҒӘББӘСОВ Азат Рәфис улы, Павловка урта мәктәбе;

ЗӘЙНУЛЛИНА Дилә Рәфҡәт ҡыҙы, Яңы Таймаҫ гимназияһы;

ИШБУЛАТОВА Арина Илшат ҡыҙы, 2-се һанлы Ермолаево урта мәктәбе;

ҠОБАҒОШОВА Земфира Фәйез ҡыҙы, Яңы Таймаҫ гимназияһы;

ҠОҘАЙҒОЛОВА Зөлфиә Зиннәтулла ҡыҙы, 2-се һанлы Ермолаево урта мәктәбе;

ЛЕВАШОВА Юлия Алексеевна, 2-се һанлы Ермолаево урта мәктәбе;

МОДИНА Екатерина Андреевна, 2-се һанлы Ермолаево урта мәктәбе;

НАФИҠОВА Алһыу Фирҙәүес ҡыҙы, Яңы Мораптал урта мәктәбе;

НИКОЛАЕВ Александр Федорович, Павловка урта мәктәбе;

РЫҪҠОЛОВА Илүзә Фоат ҡыҙы, Яңы Таймаҫ гимназияһы;

СЕМЕНОВА Наталья Александровна, 2-се һанлы Ермолаево урта мәктәбе;

ҺӨЙӘРЕМБӘТОВА Алина Ғәзиз ҡыҙы, 2-се һанлы Ермолаево урта мәктәбе;

ТАЙМАСОВА Аделина Юнир ҡыҙы, Бахмут урта мәктәбе;

ХИСАМОВА Рәхил Ришат ҡыҙы, Павловка урта мәктәбе;

ЧУЕВ Михаил Дмитриевич, 1-се һанлы Ермолаево урта мәктәбе.
Читайте нас: