Һәр көн был лагерҙа балаларға халҡыбыҙ йолаларын, башҡорт балалар уйындарын һәм йырҙарын, бейеүҙәрен өйрәнеүгә ҙур иғтибар бирелә. Тәрбиәселәр Гөлназ Сәғит ҡыҙы Әмирғәлина, Әнүзә Салауат ҡыҙы Йәмилева, Лилиә Мөхәрәм ҡыҙы Әлибаева уҡыусыларҙың рухи байлыҡтарын үҫтереүгә ҙур көс һала. Күптән түгел «Арғымаҡ» лагерына йөрөүсе балалар ҡалабыҙҙың Кинйә Арыҫланов исемендәге башҡорт фольклор ансамбле етәксеhе Ринат Хәйбуллин менән осрашты. Ринат Миңлеғәле улы балаларға халҡыбыҙҙың милли музыка ҡоралы - ҡурай тураhында риүәйәттәр hөйләне, халыҡ йырҙарын уйнап күрhәтте. Оҫталар нисек ҡурайҙы киҫеп алып уйымдарҙы ҡайhылай дөрөҫ итеп эшләргә икәнен hамаҡлап күрhәтте. Малайҙар тиҙ генә был hамаҡты отоп та алды, ҡурайҙы өрөп, hыҙғыртып ҡарарға өйрәнде. Уларҙа киләсәктә ҡурай түңәрәгенә йөрөп, оҫта итеп уйнарға өйрәнергә тигән теләк тә тыуҙы.
Ҡурайҙа ғына түгел, Ринат Миңлеғәле улы үҙе сығарған йырҙарҙы ла баянда уйнап йырлап ишеттерҙе. Аҙаҡ бар балалар менән бергә фойела дәртле ритайым да ойошторҙолар тәрбиәселәр. Балалар рәхәтләнеп башҡортса бейене, күңелле уйындар ҙа ойошторолдо.