Все новости
Мәғариф
29 Июня 2018, 12:48

ТӨҘӨЛӘ БАШЛАНЫ

Маяҡ ауылында 150 балаға тәғәйенләнгән яңы балалар баҡсаһы төҙөлә башланы. Был мәктәпкәсә учреждениены төҙөү «Башҡортостандың 100 йыллығына 100 объект» программаһы сиктәрендә башҡарыла.

Маяҡ ауылында 150 балаға тәғәйенләнгән яңы балалар баҡсаһы төҙөлә башланы. Был мәктәпкәсә учреждениены төҙөү «Башҡортостандың 100 йыллығына 100 объект» программаһы сиктәрендә башҡарыла.

Кисә ҡала хакимиәте башлығы Борис Беляев балалар баҡсаһы төҙөлөшө барышы менән яҡындан танышты. Әлеге көндә бында ер эштәре менән булалар. Ике аҙнанан нигеҙен төҙөй башлаясаҡтар, ә октябрь айына бында төҙөлөш бар көсөнә гөрләйәсәк. Бик күп балалар баҡсаһы төҙөүсе подрядсының ғүмерендә был мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн лифты булған иң тәүге объект. Учреждение республика бюджеты аҡсаһына һалына. Объекттың төҙөлөшөн Борис Беляев шәхси контролдә тота.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: «Башҡортостандың 100 йыллығына 100 объект» проекты буйынса Көйөргәҙе районында таҙартыу ҡоролмаһы һәм бассейн төҙөләсәк.


Читайте нас: