Все новости
Мәғариф
3 Июля 2018, 12:42

ЕГЕРМЕНСЕ ТАПҠЫР

27-30 июндә Бөрйән районының “Ағиҙел” һауыҡтырыу-тәрбиә биреү лагерында 20-се тапҡыр “Урал батыр” эпосын яттан һөйләү буйынса йәш сәсәндәр конкурсы үтте.

27-30 июндә Бөрйән районының “Ағиҙел” һауыҡтырыу-тәрбиә биреү лагерында 20-се тапҡыр “Урал батыр” эпосын яттан һөйләү буйынса йәш сәсәндәр конкурсы үтте.

Был бәйгелә районыбыҙҙың Яҡшымбәт ауылы урта дөйөм белем биреү мәктәбенең 3-сө класс уҡыусыһы Гөлгөнә Суванова һәм Ермолаево ауылының “Батыр” балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүсеһе, 5 йәшлек Асман Рахманғолов көс һынашты. Конкурста мәғариф министры Гөлназ Шафиҡова ла ҡатнашты. Республика кимәлендә үткән конкурста Гөлгөнә, 2800 юл ятлап, 1-се урынды яуланы һәм мәғариф министрлығының Почет грамотаһы, иҫтәлеккә планшет менән бүләкләнде. Асман, иң бәләкәй бәйгесе, “Аҡбуҙат” журналының махсус бүләгенә лайыҡ булды.

Эпостан өҙөк сәхнәләштереү буйынса алдан ебәрелгән видеояҙмалар буйынса Яҡшымбәт командаһы диплом менән дә бүләкләнде. Конкурсҡа балаларҙы лайыҡлы әҙерләгән уҡытыусы Фәнүзә Булат ҡыҙы Хәлитоваға, Гөлгөнә Юнир ҡыҙы Абдуллинаға һәм Асмандың өләсәһе Рәйлә Ноғман ҡыҙы Зәйнуллинаға мәғариф бүлеге исеменән рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.


Читайте нас: