Все новости
Мәғариф
13 Августа 2018, 18:33

«КӨСӨРГӘНЕШЛЕ ОСОР БАШЛАНДЫ»

10 августа Өфөлә Конгресс-холда мәғариф буйынса республика август кәңәшмәһе уҙҙы.

10 августа Өфөлә Конгресс-холда мәғариф буйынса республика август кәңәшмәһе уҙҙы.


Бында Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов, Рәсәй Мәғариф һәм фән министрлығының бала хоҡуҡтарын яҡлау өлкәһендә дәүләт сәйәсәте департаменты директоры урынбаҫары Лариса Фальковская, республиканың мәғариф министры Гөлназ Шафиҡова, уҡытыусылар һәм беҙҙең райондан район хакимиәте башлығы Әхәт Ҡотлоәхмәтов, уның социаль һәм кадрҙар сәйәсәте буйынса урынбаҫары Люциә Хәмитова, мәғариф бүлеге начальнигы Ирина Ибраһимова, ата-әсәләр комитетынан Екатерина Ниғмәтова ҡатнашты.

«Мәғариф менән бәйле булғандарҙың барыһы өсөн дә көсөргәнешле осор башланды», - тип башланы һүҙен Рөстәм Хәмитов. Мәктәптәрҙе һәм балалар баҡсаларын яңы уҡыу йылына әҙерләү өсөн Башҡортостан бюджетынан өҫтәлмә рәүештә 1 миллиард һумдан ашыу аҡса бүленәсәге, 3 йәшкә тиклемге малай-ҡыҙҙар ҙа балалар баҡсаһына йөрөһөн өсөн 2021 йылға тағы ла 10 мең урын булдырыу кәрәклеге, 2025 йылға барлыҡ мәктәптәр бер сменалы уҡыуға күсеп бөтөргә тейешлеге хаҡында һөйләне ул. Миҙалға тамамлаусы уҡыусыларҙың ҡайһы берҙәренең үҙҙәренең белем кимәлен аҡлай алмауы, Берҙәм дәүләт имтихандары буйынса күптәренең 150 балл да йыя алмауҙары, уҡытыусыларҙың 20%-ы ғына һөнәри стандарттарға ярашлы булыуы, уларҙың аттестация үтеүе формаль рәүештә генә башҡарылыуы хаҡында ла әйтелде сығышта. Уҡыусыларҙың Рәсәй кимәлендә олимпиадаларҙа ҡатнашыуы буйынса беҙҙең республика башҡа төбәктәрҙән ике тапҡырға ҡалыша. Шулай уҡ БДИ һөҙөмтәләре буйынса иң яҡшы күрһәткестәр Әлшәй, Благовар, Туймазы райондарында булыуы билдәләнде. 2020 йылдан алып тарих фәненән һәм инглиз теленән мотлаҡ БДИ буласағы хаҡында ла һүҙ булды август кәңәшмәһендә.

Райондың август кәңәшмәһе быйыл 20 августа Яңы Мораптал мәҙәниәт һарайында үтәсәк.

Екатерина НИҒМӘТОВА:

- Мин Көйөргәҙе районы ата-әсәләре исеменән «Нисек мәғариф мөнәсәбәтенең тулы хоҡуҡлы ҡатнашыусыһы булырға?» тигән әңгәмәлә ҡатнаштым. Бында күберәк ата-әсәләрҙең мәктәп тормошонда әүҙем булыуы, ғаилә тәрбиәһе биреүе хаҡында һүҙ барҙы. Һәр бер баланың тормошонда ата-әсәнең ҡыҫылышы булырға тейеш. Беҙ балаларға ғүмер генә биреп ҡалмайбыҙ, ә уларҙың артабан үҫешенә ҙур булышлыҡ итергә тейешбеҙ. Беҙҙең балаларҙың киләсәктә кем булып үҫеүе тик беҙҙән, ата-әсәләрҙән генә, тороуын оноторға ярамай. Бының өсөн төрлө төркөмдәр, бер нәмәнән дә ҡурҡмаған, балаларына тәрбиә мәсьәләһендә генә түгел, ә белем биреү өлкәһендә лә һәр саҡ ярҙамға килергә әҙер торған «Алға киткән ата-әсәләр» һәм башҡа ата-әсәләр комитеттары ойошторолорға тейеш. Беҙ балаларға тик ике нәмәне: ғүмер өсөн хәүефле булғанды һәм кешеләргә ҡарата насар мөғәмәләне генә тыйырға тейешбеҙ. Ата-әсәләрҙең эше уҡытыусы йә тәрбиәсе, йә етәксене яманлауҙан тормай, ә һәр бер килеп тыуған хәлде тәртип буйынса үтәүҙән ғибарәт.
Читайте нас: