Все новости
Мәғариф
24 Августа 2018, 13:27

УҠЫУ ЙЫЛЫНА СТАРТ БИРЕЛДЕ

20 августа Яңы Мораптал мәҙәниәт йортонда Көйөргәҙе районы мәғариф хеҙмәткәрҙәренең район август кәңәшмәһе үтте. Сарала БР финанстар министрының беренсе урынбаҫары Лилиә Истәмғәлина, БР мәғариф министрлығының баш белгесе Илгиз Ниғмәтуллин, ауыл советы хакимиәте башлыҡтары, райондың предприятие, ойошма, учреждениелар етәкселәре, мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, хоҡуҡ яҡлау хеҙмәткәрҙәре, район Советы депутаттары ҡатнашты.

20 августа Яңы Мораптал мәҙәниәт йортонда Көйөргәҙе районы мәғариф хеҙмәткәрҙәренең район август кәңәшмәһе үтте. Сарала БР финанстар министрының беренсе урынбаҫары Лилиә Истәмғәлина, БР мәғариф министрлығының баш белгесе Илгиз Ниғмәтуллин, ауыл советы хакимиәте башлыҡтары, райондың предприятие, ойошма, учреждениелар етәкселәре, мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, хоҡуҡ яҡлау хеҙмәткәрҙәре, район Советы депутаттары ҡатнашты.


Кәңәшмәне район хакимиәте башлығының социаль һәм кадрҙар сәйәсәте буйынса урынбаҫары Люциә Хәмитова алып барҙы.

Район хакимиәте башлығы Әхәт Ҡотлоәхмәтов районда башҡарылған һәм башҡарылаһы эштәрҙе барлағас, мәғариф һорауҙарына күсеп: «2018 йылдың 7 айында мәғариф учреждениеларын ремонтлау өсөн бюджеттан 6 млн. һум аҡса бүленде. Былтырғы уҡыу йылында барлыҡ мәктәп тамамлаусылар ҙа аттестат алһа, быйыл Керәүле-Илюшкино мәктәбенән бер уҡыусы аттестатһыҙ ҡалды. Әгәр уҡыусы үҙе яҡшы үҙләштермәгән фәндән имтихан һайлай икән, уҡытыусыларға был йүнәлештә эшләргә кәрәк. Был фәндән имтихан тапшыра аламы-юҡмы икәнен һеҙҙән дә яҡшыраҡ белгән кеше юҡ бит. 9-сы класты 243 уҡыусы, уларҙың 17-һе тик «бишле» билдәләре менән тамамланы. 11-се класты тамамлаусы 81 уҡыусының 19-ҙына миҙал тапшырылды. Шулай ҙа миҙал алыусыларҙың барыһы ла үҙҙәренең белем кимәлен раҫлай алманы. Был турала республика конференцияһында ла әйттеләр. Һан өсөн түгел, ә сифат өсөн эшләргә кәрәк», - тине ул. «Райондың 60 проценттан күберәк мәктәп тамамлаусылары юғары уҡыу йорттарына уҡырға инә. Шуға ҡарамаҫатан районда кадрҙар етешмәй. Район уҡытыусыларының да 11%-н пенсионерҙар тәшкил итә. Улар урынына килеүселәр юҡ. Бына бөгөн тантаналы рәүештә ҡотлау өсөн дә бер генә лә йәш уҡытыусы юҡ», - тигән әсенеүле һүҙҙәрен дә еткерҙе Әхәт Йәүҙәт улы. Сығышын тамамлағас, ул 9 уҡытыусыға район хакимиәтенең Почет грамоталарын тапшырҙы.

БР финанстар министрының беренсе урынбаҫары Лилиә Истәмғәлина сығышында республика һәм район буйынса һандарға туҡталды: «2018 йылға Көйөргәҙе районы мәғарифы өсөн 200 млн. һумдан ашыу аҡса талап ителә. Был аҡсалар ошо өлкәлә хеҙмәт итеүселәргә эш хаҡы түләү өсөн һәм башҡа кәрәк-яраҡҡа тотоноласаҡ. Йыл да мәғариф тармаҡтарына капиталь ремонт яһау өсөн аҡса бүленә. 2018 йылда Көйөргәҙе районының Яңы Мораптал ауылында «Алһыу» балалар баҡсаһына, Пионерҙар һәм уҡыусылар йортона капиталь ремонт башҡарыласаҡ. Мәктәптәрҙә йылы туалет булдырыу эшенә бюджеттан 28 млн. һум аҡса бүленде. Көйөргәҙе районына бындай маҡсат менән 500 мең һум бирелә. Йәш уҡытыусыларға ла дәүләт төрлө грант формаһында ярҙам күрһәтә. Шулай ҙа ауылға йәш педагогтар ҡайта һалып бармай. Шуға күрә быйылғы уҡыу йылында йәш уҡытыусыларға конкурс нигеҙендә 200 мең һумлыҡ финанс ярҙам күрһәтеләсәк. Бында йәш педагогтарҙың тәүге хеҙмәт йылындағы яҡшы һөҙөмтәләре һәм артабан да ауылда ҡалыуы күҙ уңында тотоласаҡ».

Район мәғариф бүлеге начальнигы Ирина Ибраһимова үҙенең сығышында иң тәүҙә барыбыҙ өсөн дә мөһим булған төрлө хәүефһеҙлек ҡағиҙәләренә туҡталды. «Балаларҙы һәм уҡытыусыларҙы төрлө хәүефтән һаҡлар өсөн мәғариф учреждениеларында контроль-үткәреү режимы эше башҡарыла. Был өлкәлә Ермолаевоның «Батыр» балалар баҡсаһы лидер булып тора. Ошо эште дауам итер өсөн быйыл июль айында республика бюджетынан 260 мең һум тирәһе аҡса бүленде. Иң тәүге сиратта 2-се хәүефһеҙлек категорияһына ҡараған Ермолаевоның 1-се һәм 2-се мәктәптәре, Яңы Мораптал, Яҡшымбәт һәм бер нисә балалар баҡсаһына иғтибар бүленәсәк», - тине ул. Ирина Ринат ҡыҙы әйтеүенсә, бөгөн райондың балалар баҡсаһына барлығы 1166 бала йөрөй. Шулай уҡ Ермолаево, Яңы Мораптал, Шәбағыш ауылдарында балалар баҡсаһында ҡыҫҡа ваҡытлы йөрөү ойошторолған. Башҡа мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларына ла был эште яйға һалырға саҡырыла. 1 сентябрҙан Көйөргәҙе районында 13 урта мәктәп, шул иҫәптән 1 гимназия, 4 төп белем биреү мәктәбе үҙ эшен башлаясаҡ. Бөгөнгө көндә был мәктәптәрҙең ҡайһы берҙәрендә рус теле, химия, сит телдәр уҡытыусылары етешмәй. «Мәктәпте миҙалға тамамалаусы уҡыусы нисек итеп имтиханда минималь балл йыя алмаҫҡа тейеш?», - тигән һорау ҙа ҡуйылды залда ултырған уҡытыусыларға. Уларҙы был эшкә яуаплы ҡарарға саҡырҙы. Имтихандарҙа юғары балл алған уҡыусыларҙы әҙерләгән уҡытыусыларҙы ла билдәләп үтте Ирина Ибраһимова. Улар — Ермолаевоның 1-се мәктәбенән Лилиә Хөрмәт ҡыҙы Байназарова, Альбина Бикбулат ҡыҙы Сәйетбатталова, Елена Валерьевна Яковлева, 2-се мәктәптән Ғәлиә Әнүәр ҡыҙы Лушникова, Яңы Таймаҫ гимназияһынан Гөлнур Карамат ҡыҙы Хәмитова, Яңы Мораптал мәктәбенән Әлфиә Әхәт ҡыҙы Байгилдина һәм Павловка мәктәбенән Галина Анатольевна Егорова. «Уҡыусы Берҙәм дәүләт имтиханын һайлаған саҡта мәктәп коллективы менән күмәкләп, маҡсатлы уйланырға тейешле. Бында уҡытыусылар ҙа, класс етәксеһе лә, мәктәп етәкселеге лә, ата-әсәләр ҙә ҡатнашырға бурыслы. Имтиханды «Кәрәк була ҡалһа», - тип кенә һайлау ярамай», - тигән һығымта яһаны мәғариф бүлеге начальнигы.

Ирина Ибраһимова үткән уҡыу йылында күрһәткән уңыштары өсөн 6 уҡытыусыға район мәғариф бүлегенең Грамоталарын һәм 12 педагогик хеҙмәт ветеранына Рәхмәт хаттары тапшырҙы.

Мәғариф министрлығының баш белгесе Илгиз Ниғмәтуллин республика буйынса белем биреү өлкәһе һорауҙары буйынса сығыш яһаны.

Кәңәшмә һуңында Люциә Тәлғәт ҡыҙы 2018-2019 уҡыу йылына әҙерлек буйынса мәктәптәрҙе билдәләп үтте. Беренсе урынға Яҡуп мәктәбе сыҡты. Уларға 70 мең һум аҡсалата премия биреләсәк. 2-се урынға сыҡҡан Ермолаевоның 1-се һәм Яңы Мораптал мәктәптәренә 45-әр мең һум, 3-сө урындағы Яңы Таймаҫ гимназияһы менән Яҡшымбәт мәктәптәренә 25-әр мең һум премия тапшырыласаҡ. Балалар баҡсалары араһында 1-се урын Ермолаевоның «Батыр» (40 мең һум), 2-се урын «Башаҡҡай», Иҫке Отраданың «Ҡайынҡай» (20-шәр мең һум), 3-сө урын Кинйәбайҙың «Ләйсән», Аҡһарының «Аҡсәсәскә» (10-шар мең һум) бирелде. Шулай уҡ Абдул, Яңы Мораптал, Яҡут ауылдары балалар баҡсаларының уңышлы эше билдәләнеп үтелде.

Август кәңәшмәһе тамамланды. Киләһе уҡыу йылын да уңышлы тамамларға насип булһын.


Читайте нас: