Все новости
Мәғариф
7 Сентября 2018, 11:27

ЙӨРӘКТӘРҘӘ ҺАҠЛАНАҺЫҒЫҘ

Мәктәп йылдарында класыбыҙ менән бик дуҫ булдыҡ.

Мәктәп йылдарында класыбыҙ менән бик дуҫ булдыҡ.

2000 йылда 5-се класта уҡығанда Рәүфә Күсәнованы беҙҙең класс етәксе итеп ҡуйҙылар. Күптән уҡып бөтөп төрлөбөҙ-төрлө яҡтарға таралышһаҡ та, класс етәксебеҙ үҙенең уҡыусыларының тормошо менән һәр саҡ ҡыҙыҡһынып торҙо, кәрәк саҡта урынлы кәңәштәрен дә әйтте. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, яратҡан уҡытыусыбыҙ быйыл, үҙенең 55 йәшен ҡаршыларға йыйынғанда, ҡапыл арабыҙҙан китеп барҙы.

Баймаҡ районынан маҡсатлы йүнәлтмә менән эшкә килгән ҡыҙ, районыбыҙҙы үҙ итеп, Ришат исемле ағайға тормошҡа сығып, матур ғаилә ҡорҙолар. Рәүфә апа математика, физика дәрестәренән уҡытты, директор урынбаҫары, директор ҙа булып эшләне. Ул ысын педагог ҡына түгел, ә өлгөлө әсәй ҙә, уңған хужабикә лә, аҡыллы ҡатын да булды. Ауылыбыҙҙа өлгөлө һаналған ҙур өйҙәрен гел таҙалыҡта, яҡтылыҡта тотто. Һәр яҡлап өлгөр ҡатын ауылыбыҙҙа иң беренсе булып эшҡыуарлыҡ менән дә шөғөлләнде.

Класыбыҙ менән ныҡ шаян булдыҡ. Шуҡлығыбыҙ уҡыуыбыҙға ла тәьҫир итмәй ҡалмағандыр, әммә тәжрибәле уҡытыусы беҙгә ваҡытында төплө белем биреүгә иреште. Тура юл күрһәтеп, беҙҙе аҡыллы, тырыш егет һәм ҡыҙҙар итеп үҫтерҙе. Уны тыңламай мөмкин түгел ине. Хөрмәт иткән уҡытыусыбыҙ менән бергә башҡарған эштәребеҙ һәр саҡ уңышлы булды. Яратҡан кешебеҙ үткәргән класс сәғәттәрен түҙемһеҙлек менән көтөп алдыҡ. Уның ҡыҙыҡлы ла, төплө мәғәнәле лә әңгәмәләре һаман күңелдә һаҡлана. Рудольф Нуриевтың хәтирәләрен уҡыуы, төрлө бәйгеләрҙә ҡатнашыу өсөн өйрәткән йырҙары барыһы ла бөгөнгөләй иҫтә. Бөтә класыбыҙ менән Кинйә Абыҙ музейына сәйәхәт ҡылыуыбыҙ, бергәләп тәмле аш бешереүҙәр, Яңы йылға төрлө гәзиттәр сығарыу ҙа күңелгә яҡты хәтирәләр булып уйылып ҡалды.

Бер ваҡыт йәштәр араһында ныҡ итеп биҙәнеү модаға инеп киткәйне. Беҙ ҙә биҙәнә башлағас, ул йәш балаларға кәрәкле һүҙҙәр табып, матур итеп аңлата белде. Ниндәй генә сара булмаһын, ул барыбыҙҙы ла йәлеп итерлек матур байрамға әүерелдерә торғайны. Хатта йыл да тәҙрә йәбештереүҙе лә «Иң яҡшы тәҙрә» тигән бәйге формаһында ойоштора белде. Аҙаҡ тәҙрә йәбештереүҙән артып ҡалған ҡатыҡты бергәләшеп тәмләп эсә торғайныҡ.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, класташтарыбыҙ менән бергә йыйылып, уҡытыусыбыҙ менән ошо яҡты хәтирәләрҙе иҫкә алып өлгөрмәнек. Һәр ваҡыттағыса ваҡыт етмәй ҡалды… Ул беҙҙең яратҡан уҡытыусыбыҙ ғына түгел ине, ә коллективында ла уны ныҡ хөрмәт иттеләр. Һәр саҡ ғәҙел, аҡыллы булған Рәүфә Фәхри ҡыҙы, һеҙгә барыһы өсөн дә ҙур рәхмәт! Һеҙ һәр ваҡыт беҙҙең йөрәктәрҙә яҡты хәтирәләр булып һаҡланаһығыҙ.
Читайте нас: