Все новости
Мәғариф
14 Сентября 2018, 10:31

ҠАРБУЗ ТӘМЛЕ БУЛДЫ

Көҙҙөң йәмле бер көнөндә класыбыҙ, уҡытыусыбыҙ һәм ата-әсәләр менән бергә тәбиғәт ҡосағына сыҡтыҡ.

Көҙҙөң йәмле бер көнөндә класыбыҙ, уҡытыусыбыҙ һәм ата-әсәләр менән бергә тәбиғәт ҡосағына сыҡтыҡ. Әсәйҙәр табын хәстәрләгәнсе, класс етәксебеҙ Люциә Рамаҙан ҡыҙы Сөләймәнова беҙгә көҙгө тәбиғәт мөғжизәләрен күрһәтеп, бик ҡыҙыҡлы әңгәмә үткәрҙе. Һуңынан әсәйҙәребеҙ әҙерләгән тәм-томдарҙы ашап, татлы ҡарбуздан ауыҙ иткәс, рәхәтләнеп төрлө уйындар уйнап алдыҡ. Шулай итеп көҙгө тәбиғәт ҡосағында бик матур ял иттек, яңы уҡыу йылына көс-дәрт тупланыҡ.
Читайте нас: