Все новости
Мәғариф
14 Сентября 2018, 13:17

ЭШТЕҢ АСЫЛЫ

Яңы уҡыу йылы башланыр алдынан район мәктәптәрендә бәҙрәфтәрҙе йылытыу мәсьәләһе, шул маҡсатта 500 мең һум аҡса бүленеүе хаҡында яҙғайныҡ. Унда Кинйәбай башланғыс мәктәбендә лә балаларға йылы бәҙрәф булдырыласағы хаҡында телгә алынғайны. (Р. Назарова. «Йылы барыһын да хәл итер». - «Юшатыр», 2018 йыл, 21 август, №67.)

Яңы уҡыу йылы башланыр алдынан район мәктәптәрендә бәҙрәфтәрҙе йылытыу мәсьәләһе, шул маҡсатта 500 мең һум аҡса бүленеүе хаҡында яҙғайныҡ. Унда Кинйәбай башланғыс мәктәбендә лә балаларға йылы бәҙрәф булдырыласағы хаҡында телгә алынғайны. (Р. Назарова. «Йылы барыһын да хәл итер». - «Юшатыр», 2018 йыл, 21 август, №67.)


Ошо ауылда тыуып үҫкән күренекле шағирәбеҙ Тамара апай Ғәниева, мәҡәлә менән танышҡандан һуң, тыуған ауылы мәктәбенең ҡайһы бер мәсьәләләре хаҡындағы фекерҙәре менән уртаҡлашып, уларҙы гәзитебеҙҙең ВКонтакте (Бәйләнештә) социаль селтәрендәге «Юшатыр» төркөмөнә яҙып ебәрҙе. Уның менән гәзит уҡыусыларыбыҙҙы ла таныштырып үтмәксебеҙ:

«Минең ҙур булмаған тыуған ауылым Кинйәбай башланғыс мәктәбенә быйыл егермеләп бала уҡырға барҙы. Беренселәр - дүртәү. Быйыл мәктәп эсенә йылы бәҙрәф төҙөп ҡуймаҡсылар. Шәп булыр, юғиһә, бала-саға кейенеп-нитеп тормай урамға йүгерә ине. Эсемде бошорған нәмәләр ҙә бар. Ауылда эш булмағас, ҡайһы бер ата-әсәләр балаларҙы ашатырлыҡ аҡса түләй алмай яфалана. Бер ни тиклем дотация булһын ине лә бит. Бутҡалыҡ ҡына булһа ла. Икенсенән, мәктәп уҡытыусыһы, булған тиклем ашатыуҙы ла, иҙән йыуыуҙы ла, ҡышҡыһын ҡар көрәүҙе лә үҙе башҡарырға тейеш икән. Өс класс өсөн дәрес биреүгә нисек әҙерләнеп өлгөрөргә тейеш һуң ул уҡытыусы? Үҙ донъяһы ла бар бит әле уның. Ауыл уҡытыусыһының өйҙәге эше лә етерлек.

Мәктәбемдең баҡсаһына үҙ аҡсама 6 алма ағасы ултырттырғайным. Ул баҡсаны ла, сәскәләр сәсеп ҡарайһы бар. Хәлдәр шундайыраҡ әле ул...

Ирина Ринатовна шылтыратты ул... Финанс мөмкинлектәре юҡлығын аңлатты. Ә минең эсем йылынманы шул һөйләшеүҙән ...Ауылым мәктәбенең техничкаһы булырға теләгән кешегә 1 мең һум эш хаҡы вәғәҙә ителә... Харап бит!»

Тамара апайҙың тыуған мәктәбе проблемаларын йөрәгенә яҡын алып, улар менән ихлас күңелдән уртаҡлашыуына беҙ бик тә шатбыҙ. Ошо яҙма буйынса фекерен белешеп район мәғариф бүлеге начальнигы Ирина Ибраһимоваға мөрәжәғәт иттек. Ул эштең асылын түбәндәгесә аңлатып бирҙе:

- Бөгөнгө көндән Кинйәбай мәктәбен йылы бәҙрәфле итеү буйынса эш башланды, бәҙрәфтең хаҡы 78 мең һумға төшәсәк. Балаларҙы ашатыу йәһәтенән шуларҙы әйтә алам: 2017 йылға тиклем һәр балаға көнөнә 1,73 һум күләмендә аҡсаны район бюджеты бүлә ине, 2016 йылдың декабрь айында БР Финанс министрлығы сығымдарҙы оптимизациялау сиктәрендә тигән ҡарары менән был дотацияны бөтөрҙө. Шунан башлап һәр мохтаж, күп балалы һәм мөмкинлектәре сикләнгән ғаиләләргә генә республика бюджетынан аҡса бүленә башланы. Күп балалыларға көнөнә 45 һум, мөмкинлектәре сикләнгән балаларға - 100 һум. Кинйәбайҙа 9 күп балалы һәм 3 мөмкинлеге сикләнгән ғаилә балаларын ашатыу өсөн ошолай аҡса ала. Ә ҡалған ябай ғаиләләр мәктәпкә үҙҙәре бешереп алып килеп сәй эсә. Техперсоналға килгәндә, бәләкәй мәктәптәрҙә СанПин нормаларына тап килтерерлек итеп ашхана асыу мөмкинлеге юҡ. Унда ашнаҡсы, махсус приборҙар һәм башҡаһы булырға тейеш, был беҙҙең бюджеттың хәленән килмәй (Ашнаҡсыға ғына айына 10 мең һум түләргә кәрәк буласаҡ, мәҫәлән). Унан килеп, барлыҡ техперсонал хәҙер мәғарифҡа ҡарамай, уларҙы аутсорсингҡа күсерҙеләр. Ҡаҙармалағы уҡытыусы үҙе иҙән йыуа йәки урам һеперә икән, был эш уның үҙе теләп алған эше. Әле уҡытыусыны был эштәрҙән арындырып яңы кеше алырға торабыҙ».
Читайте нас: