Все новости
Мәғариф
21 Сентября 2018, 13:58

БАРҘЫҢ ҠӘҘЕРЕН БЕЛМӘЙБЕҘ

Мин Күмертауҙа йәшәйем. Ҡарап йөрөйөм: һуңғы бер нисә йылда ҡалабыҙҙа башҡорттар күберәк күренә.

Мин Күмертауҙа йәшәйем. Ҡарап йөрөйөм: һуңғы бер нисә йылда ҡалабыҙҙа башҡорттар күберәк күренә. Быға аптырарға түгел, сөнки оптимизация арҡаһында ауылдарҙағы милләттәштәребеҙ, тыуған төйәктәрен ташлап, ҡалаларға китә. Улар араһында йәш ғаиләләр ҙә етерлек.


Үкенескә ҡаршы, бына шул ауылдарҙан килгән ҡайһы бер йәш башҡорт ғаиләләре, шулай уҡ ҡалала тыуып үҫеп, ғаилә ҡорған башҡорт йәштәре балаларын милли балалар баҡсаһына, милли мәктәпкә биреүҙе кәрәкле тип тапмай. Ә бит Күмертауҙа башҡорт балаларына туған телдә белем һәм тәрбиә биреү өсөн барлыҡ уңайлы шарттар булдырылған «Айгөл», «Азамат» балалар баҡсалары, башҡа балалар баҡсаларындағы башҡорт төркөмдәре, башланғыс кластар өсөн Мөхәмәт Исҡужин исемендәге 13-сө башланғыс мәктәп, 3-сө Башҡорт республика гимназия-интернаты, шулай уҡ Республика политехник лицей-интернаты бар. Тик беҙҙең ата-әсәләр, уҡырға йөрөргә яҡын, тип балаһын эргәләге рус телле мәктәпкә бирә лә ҡуя. Ундай яңғылыш юлға баҫҡан, сабыйҙарын туған теленән үҙе теләп яҙҙырған ғаиләләр ҡалабыҙҙа аҙым һайын. Күрше йортта йәшәүсе бер ғаиләне беләм: өс балаһын да рус телле мәктәптә уҡыттылар. Һөҙөмтәлә балалары туған телдәрендә һөйләшергә ғәрләнә. Кем ғәйепле? Әлбиттә, атай менән әсәй. Бик уҡымышлы бер ауылдаштарынан: «Нишләп ундай аҙымға барҙылар икән улар?» - тип һорайым. «Заманында ауыл мәктәбендә башҡортса уҡып рус телен бик үҙләштерә алмағас, уларҙа психологик комплекс, башҡалар алдында үҙен кәм итеп тойоу тойғоһо барлыҡҡа килгән. Шул балаларында ла булмаһын тип, уларҙы русса уҡытыуҙы хуп күрәләр», - тип аңлатты был. Ә хәҙер Берҙәм дәүләт имтиханы (БДИ) тигән нәмәкәй арҡаһында бәғзе ата-әсәләр балаларына туған телен өйрәнеүҙе һайлауҙан баш тарта. Ни өсөн һайлауҙан? Сөнки хәҙер туған телебеҙҙе өйрәнеү өсөн дә ғариза яҙып ҡына рөхсәт һорайбыҙ бит. Ә был ҡайһы бер рухһыҙ, маңҡорт, бала тәрбиәләүҙән алыҫ торған милләттәштәребеҙ өсөн бик тә ҡулай. Уларға үгеҙ үлһә - ит, арба ватылһа - утын. Әйтәһе һүҙем шул: ауылда йәшәгән ата-әсәләр, хөрмәтле милләттәштәр, балаларығыҙ менән ейән-ейәсәрҙәрегеҙ Күмертауҙа йәшәй икән, уларға үрҙә телгә алған тәрбиә һәм белем биреү йорттары хаҡында һөйләп аңлатһағыҙ, милли телдә уҡытыуҙың, тәрбиә биреүҙең өҫтөнлөктәрен төшөндөрһәгеҙ икән. Ауылға ҡунаҡҡа ҡайтҡан ейән-ейәнсәрҙәрегеҙ: «Олатай», йә: «Өләсәй», - тип йүгереп килеп ҡосаҡлап алырлыҡ, башҡорт телендә һеҙҙең менән рәхәтләнеп һөйләшерлек булһын. Булған милли балалар баҡсаларының, уҡыу йорттарының ҡәҙерен беләйексе. Ҡайһылыр ҡалала йә район үҙәгендә уларҙы астыра алмай яфаланалар. Ә беҙ булғандың ҡәҙерен белмәйбеҙ. Улар алыҫ урынлашҡан, тип һылтаныу дөрөҫ түгел, хәҙер һәр ғаиләлә тиерлек еңел машиналар бар, йәмәғәтселек транспорты ла йөрөп тора.
Читайте нас: