Бик оҙаҡ йылдар Республика политехник лицей-интернатында уҡыусыларға башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса белем биргән Зилә Салауат ҡыҙы Әбхәлимова «Рәсәйҙең иң яҡшы уҡытыусылары» бәйгеһендә финалға үтеп, 200 мең һумлыҡ грант отҡан.
Уҡытыусы эшенең ниндәй ҙур хеҙмәт талап итеүен үҙе шул өлкәлә эшләп ҡараған кеше генә беләлер ул. Педагогтар теге йәки был фән буйынса балаларға белем биреп кенә ҡалмай, үҙҙәренең тынғыһыҙ ижади хеҙмәте менән туған телгә, Тыуған илгә ҡарата һөйөү тәрбиәләй, балаларҙы рухи яҡтан үҫтереүҙә тос өлөш индерә. Бигерәк тә ҡатын-ҡыҙ уҡытыусылар, әсә булараҡ та, үҙ иңдәрендә бигерәк оло яуаплылыҡ тоя. Мәктәп эшенән тыш, өйөндә ғаиләһе, бөтмәҫ-төкәнмәҫ йорт эштәре көтөп тороуға ҡарамай, бер ҙә генә бирешмәй улар һәм һәр ваҡыт яңынан-яңы уңыштар яулауға өлгәшә. Зилә Салауат ҡыҙының да ошондай оло хеҙмәтенең ҡаҙаныштары бик күп. Башҡортостан Республикаһының Мәғарифты үҫтереү институтының башҡорт телдәр һәм башҡа туған телдәр кафедраһы мөдире Зәкиә Муллағәли ҡыҙы Ғәбитова уның тураһында: «Республика политехник лицей-интернатының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Зилә Салауат ҡыҙы Әбхәлимованы уҡытыусы-эҙләнеүсе тип әйтергә була. Ул башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса уҡыусыларға төплө белем биреү маҡсатында төрлө яңы технологиялар, алымдар ҡуллана, эҙләнә. Беҙҙең институтта уңышлы яҡлаған ике автор программаһы – ошо эҙләнеүҙәренең һөҙөмтәһе», - тигән юғары баһалама бирә.
17 йыл эшләү дәүерендә Зилә Салауат ҡыҙы остаздарынан дәрестәр алырға, хеҙмәттәштәренең эш тәжрибәһен өйрәнергә өлгөрә. Балаларға булған һөйөүе, йөрәгенән сыҡҡан һүҙҙәре, уҡыусылары менән уртаҡ уйҙары, бер йүнәлештә эшләүе, һайланған эш ысулдары үҙ һөҙөмтәһен бирмәй ҡалмаған. Предмет олимпиадаларында, фәнни-ғәмәли конференцияларҙа еңеүҙәргә өлгәшеү тағы ла ышаныслыраҡ аҙымдар яһарға булышлыҡ итә, ә иң ҡыуаныслыһы – уҡыусыларының студент булып, башҡорт телен өйрәнеүе, һаҡлауы һәм телде үҫтереүгә йүнәлтелгән форумдарҙа, акцияларҙа ҡатнашыуы хеҙмәтенә иң юғары баһа булып тора. Бөгөн мәктәптәрҙә тел һәм әҙәбиәт уҡытыуға ҡағылышлы проблемаларҙың булыуы ла Зилә Салауат ҡыҙын оло борсоуға һала. «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәренә ныҡлы иғтибарҙың кәрәклеге республикала туған телдәр өлкәһендәге дәүләт сәйәсәте менән бәйле булыуын барыбыҙ ҙа аңлайбыҙ. Туған тел дәрестәренә бәйле сетерекле мәсьәләләрҙең килеп сығыуы йөрәккә бысаҡ менән сәнсеүгә бәрәбәр. Руслаштырыу сәйәсәтенә еңел генә бирелеп, ғәмһеҙ рәүештә үҙ балаларыбыҙға үҙебеҙҙең телебеҙҙән яҙҙырырға, үҙ моңобоҙҙан биҙҙерергә, үҙ халҡыбыҙҙан кәмһендерергә беҙҙең хоҡуғыбыҙ юҡ. Мостай Кәрим әйткәнсә: «Беҙ барбыҙ, буласаҡбыҙ, үҙебеҙҙең йырыбыҙҙы йырлап, тарих арбаһында барасаҡбыҙ», - ти ул.
Мәғариф өлкәһендәге яңы идеяларҙы, алдынғы педагогик тәжрибәне таратыу, яңыларын туплау, ғөмүмән, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһының дәрәжәһен күтәреүгә үҙ өлөшөн индереү маҡсаты Зилә Әбхәлимоваға күп һәм төрлө кимәлдәге конкурстарҙа ҡатнашырға этәргес көс бирә. 2014 йылда «Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенең йыл уҡытыусыһы» конкурсында «Иң өлгөлө дәрес» номинацияһында еңеп сыға. 2015 йыл Мәскәүҙә конкурста ҡатнашырға форсат сыға. Бөтәһе 40 финалсы араһынан ул жюри ағзаларының махсус дипломына лайыҡ булып, тәүге 15 иң яҡшы уҡытыусылар рәтенә инә. «Иң яҡшы башҡорт һәм рус телдәре уҡытыусылары» конкурсында еңеп, Башҡортостан хөкүмәтенең аҡсалата премияһына лайыҡ була. Шулай итеп, һәр конкурс, бәйге уҡытыусыны ижади яҡтан үҫтерә, уға дәрт бирә.
Үрҙә әйтеп үткәнемсә, уҡытыусы үҙ предметы буйынса белем генә бирмәй, тәрбиәләй ҙә. Зилә Салауат ҡыҙы ла үҙ туған телен яратҡан, башҡа телдәрҙе, милләтте ихтирам иткән, тыуған иленә тоғро ҡалған, ата-әсәһен, үткәнен ихтирам иткән кеше тәрбиәләргә тырыша. Бының өсөн төрлө кимәлдә, төрлө юҫыҡта үткәрелгән бәйгеләр, кластан тыш саралар, конкурстар ярҙамсы булып тора. 2018 йылдың иң яҡшы уҡытыусылары исемлегенә инеп, грант отоуы Зилә Салауат ҡыҙының ысын уҡытыусы булыуын тағы бер ҡат иҫбатлай. «Бүләкләү 5 октябрҙә генә була. Шуға күрә был аҡсаны нимәгә тотонормон икәнен әле уйламаным. Алғас, күҙ күрер әле», - ти ул ҡыуанысын йәшермәй.