Все новости
Мәғариф
28 Сентября 2018, 11:59

ЕҢЕҮЕН ТЕЛӘЙБЕҘ

Сентябрь аҙағында мәктәпкәсә тәрбиә биреү учреждениелары хеҙмәткәрҙәре көнө билдәләнә.

Сентябрь аҙағында мәктәпкәсә тәрбиә биреү учреждениелары хеҙмәткәрҙәре көнө билдәләнә. Ошо байрам айҡанлы, Көйөргәҙе районы мәғариф бүлеге етәксеһе Ирина Ринат ҡыҙы Ибраһимова бойороғо буйынса мәктәпкәсә тәрбиә биреү учреждениелары араһында «Йыл тәрбиәсәһе -2018» конкурсы иғлан ителде.

Графикка ярашлы, 25-се сентябрҙә конкурстың 1-се туры, беҙҙең Иҫке Мораптал ауылы «Аҡбуҙат» балалар баҡсаһында үткәрелде. Сараға жюри ағзалары: район мәғариф бүлеге методистары Ирина Ивановна Кузьмина, Асия Миңлеғәлим ҡыҙы Кульбаева һәм шулай уҡ «Алһыу» балалар баҡсаһы мөдире Фәйрүзә Карамат ҡыҙы Закирова саҡырылды.

Конкурсантыбыҙ Лилиә Лотфрахман ҡыҙы Хәсәнова баҡсабыҙҙың өлкәндәр төркөмөндә йөрөгән балалар менән «Тыуған көн» тип аталған күңел асыу дәресе үткәрҙе. Мөғжизәле минут, телмәр уйындары, уйын-көлкө, йыр-бейеү менән үткән был сарала тәрбиәсе жюри ағзаларына үҙенең һөнәри оҫталығын, кескәй балалар менән уҡытыу-тәрбиә эшенең нескәлектәрен күрһәтте, ә инде балаларыбыҙ был саранан күңел байлығы, күтәренке кәйеф һәм шатлыҡ алдылар, ҙур әүҙемлек күрһәттеләр.

Конкурсантыбыҙға артабан да эшендә уңыштар теләйбеҙ һәм районыбыҙҙың «Батыр» балалар баҡсаһында үтәсәк финалда ҡатнашыуын теләйбеҙ.
Читайте нас: