Все новости
Мәғариф
12 Октября 2018, 13:54

БЕҘҘЕКЕЛӘР БЕРЕНСЕ

Өфөлә «Башҡортостандың иң яҡшы педагогик династияһы - 2018» республика конкурсы үтте.

Өфөлә «Башҡортостандың иң яҡшы педагогик династияһы - 2018» республика конкурсы үтте. Унда 77 уҡытыусылар династияһы көс һынашты.


«Йөрәгемде балаларға бирәм» номинацияһында Көйөргәҙе районын Шәмсебаровтар династияһы күрһәтте. Район мәғариф бүлеге методисы Рәмилә Рахманғолованың ҡартатаһы Ноғоман Шәмсебаров күп йылдар Яманһары һәм Таймаҫ мәктәптәрендә директор, химия, биология, рус теле һәм әҙәбиәте, хеҙмәт уҡытыусыһы булып эшләгән. Ноғоман Усман улы Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан, Ҡыҙыл Йондоҙ ордены, бик күп миҙалдар, Почет грамоталарына лайыҡ булған.

Рәмилә Миңнияз ҡыҙы әсәһе — Яңы Таймаҫтың Р. Солтангәрәев исемендәге гимназияһының хаҡлы ялдағы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Рәйлә Ноғоман ҡыҙы Зәйнуллина һәм 5 йәшлек улдары Асман Рахманғолов менән юғары кимәлдә әҙерләнеп, бөтә турҙарҙы ла яҡшы үтеп, 47 династия араһында 1-се урын яуланылар. Уларға БР мәғариф министры Диплом һәм ҡиммәтле бүләк тапшырҙы. Конкурста ҡатнашыусылар Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында тамаша ла ҡараны. «Ойоштороусыларға ҙур рәхмәт, сара шәп үтте. Был конкурсҡа әҙерләнгәндә ярҙам ҡулы һуҙған туғандарыбыҙға, яҡындарыбыҙға һәм шулай уҡ райондың мәғариф бүлегенә оло рәхмәт белдерәбеҙ», - ти Рәмилә Рахманғолова.
Читайте нас: