Все новости
Мәғариф
23 Октября 2018, 13:35

39-СЫ ТАПҠЫР

Шәбағыш ауылының әҙәби музейында 39-сы тапҡыр лицей көнө уҙғарылды.

Шәбағыш ауылының әҙәби музейында 39-сы тапҡыр лицей көнө уҙғарылды.
«Пушкин тформошонда лицей» әҙәби композицияһын уҡыусылары менән бергә юғары категориялы уҡытыусы Гөлнара Сәлим ҡыҙы Ноғоманова әҙерләне. Пушкин әкиәттәре буйынса викторинала Шәбағыш уҡыусыларынан тыш уҡытыусылары Ирина Геннадьевна Великоречина менән Ермолаево коррекцион мәктәп-интернатында тәрбиәләнеүселәр ҙә ҡатнашты.
Балалар байрамда бөйөк шағирҙың биографияһын һәм уның тураһында шиғырҙар һөйләне. Ҡунаҡҡа килгән Күмертау яҙыусылар ойошмаһы етәксеһе Рима Арыҫланова шиғырҙарын уҡыны һәм музейға китап бүләк итте. Геннадий Басов менән Владимир Пивоваров, Анна Бәхтиәрова ла үҙҙәренең шиғырҙары менән таныштырҙы. Викторинала еңеүсе уҡыусыларға китаптар бүләк ителде.
Читайте нас: