Все новости
Мәғариф
9 Ноября 2018, 11:59

КЕМДЕКЕ ШӘБЕРӘК?

Район мәғариф бүлеге тарафынан район мәктәптәренең уҡытыу-тәжрибә баҡсаларын ҡарау конкурсы үтте.

Район мәғариф бүлеге тарафынан район мәктәптәренең уҡытыу-тәжрибә баҡсаларын ҡарау конкурсы үтте.


Уҡытыусылар һәм уҡыусыларҙың йыл буйына мәктәп янындағы участкаһында тырышып эшләгән хеҙмәттәре баһаланды. Улар мәктәп территорияһын яңы уҡыу йылына әҙерләү өсөн күп көс һалды. Сәскәләр, йәшелсәләр үҫтергән түтәлдәрен төрлөсә биҙәп матурлағандар.

2018 йылда был конкурста барлығы һигеҙ мәктәп ҡатнашты. Ә август кәңәшмәһе сиктәрендә ойошторолған “Көҙгө фантазия” йәшелсәләр күргәҙмәһендә туғыҙ: Ермолаевоның 1-cе һәм 2-се мәктәптәре, Керәүле-Илюшкин, Павловка, Иҫке Отрада, Яңы Мораптал, Яҡшымбәт, Илкәнәй, Яңы Таймаҫ уҡыу йорттарының уҡытыу-тәжрибә участкалары көс һынашты.

Ермолаевоның 1-cе һәм Зәк-Ишмәт мәктәптәре уҡыусылары районды Бөтә Рәсәй “Юннат – 2018” конкурсының төбәк этабында күрһәттеләр. Ермолаевонан Елизавета Топольская (етәксеһе М.П. Малютина) ҡарағат һәм еләк үҫтереү буйынса, ә Зәк-Ишмәттән Аделина Ишмөхәмәтова (етәксеһе И.П. Савельева) кәбеҫтә үҫтереү проекты менән “Йәшелсәселек” номинацияһында сертификаттар менән бүләкләнделәр.

“Иң яҡшы уҡытыу-тәжрибә участкаһы – 2018” конкурсы комиссияһы тарафынан интернеттағы “ВКонтакте” төркөмөндә он-лайн тауыш биреү иҫәпкә алынып урындар билдәләнде.

1-се урын – Ермолаевоның 1-се һанлы мәктәбе;

2-се урын - Ермолаевоның 2-се һанлы мәктәбе;

3-сө урын – Зәк-Ишмәт мәктәбе.

«Тамашасылар һөйөүе» призына Яҡшымбәт мәктәбе лайыҡ булды, улар өсөн интернет селтәрендә онлайн тауыш биреүҙә 2700-ҙән артыҡ кеше ҡатнашҡан. Ә ҡалған мәктәптәр төрлө номинацияларҙа билдәләнде.

“Көҙ бүләге” номинацияһында – Бахмут мәктәбе;

«Иң яҡшы экспозиция күргәҙмәһе» - Яңы Таймаҫ гимназияһы;

“Беҙҙең участок – шатлыҡ территорияһы” номинацияһында – Аҡһары мәктәбе;

«Ижади һәм креативлыҡ» номинацияһында – Иҫке Отрада мәктәбе.

Сарала еңеүселәрҙе бүләкләүгә спонсор ярҙамы күрһәтеүсе “Эшлекле урман” йәмғиәте директоры А. Күсәрбаевҡа, “Ремстрой” йәмғиәте хужаһы В. Сафоянға, “Лесагротранс” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры А. Яҡшыбаевҡа, “Юж-Урал Ойл” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте генераль директоры З. Исхаҡовҡа, “Ермолаево икмәге” акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры А. Разводовҡа ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.
Читайте нас: