Все новости
Мәғариф
4 Декабря 2018, 13:32

ҺЕҘГӘ БЕҘҘӘ БИК ОҠШАР!

Күмертауҙың 12-се һанлы мәктәбендә урынлашҡан Киске мәктәпкә төрлө йәштәге уҡыусылар килә. Бында ни сәбәптәндер урта белем ала алмай ҡалған ололар ҙа, йәштәр ҙә йөрөй. Беҙҙең Киске мәктәп ошондай төрлө йәштәге уҡыусыларға белем биреүҙән тыш төрлө башҡа эштәр ҙә башҡара. Бөгөн мин һеҙгә шулар тураһында һөйләп китмәксемен.

Күмертауҙың 12-се һанлы мәктәбендә урынлашҡан Киске мәктәпкә төрлө йәштәге уҡыусылар килә. Бында ни сәбәптәндер урта белем ала алмай ҡалған ололар ҙа, йәштәр ҙә йөрөй. Беҙҙең Киске мәктәп ошондай төрлө йәштәге уҡыусыларға белем биреүҙән тыш төрлө башҡа эштәр ҙә башҡара. Бөгөн мин һеҙгә шулар тураһында һөйләп китмәксемен.


Оло быуын вәкилдәре, пенсионерҙарға, ғөмүмән әйткәндә, өйҙә ултырған кешеләргә нимә етмәй? Әлбиттә, аралашыу. Ғүмере буйы кеше араһында булған, көн дә яратҡан эшенә барған кеше хаҡлы ялға сыҡҡас, нимә эшләргә, ҡайҙа барырға, тип аптырап ҡала. Ундайҙарҙың ҡапыл ғына һаулығы ла ҡаҡшай башлай. Яңғыҙлыҡтан, аралашыу етмәгәнлектән йонсоған оло йәштәгеләргә әхлаҡи һәм психологик ярҙам кәрәклеген беҙ яҡшы аңлайбыҙ. Ололарҙы хөрмәтләү — беҙҙең һәр беребеҙҙең изге бурысы. Шуға күрә Киске мәктәп «Алтын йәштәгеләр» тип аталған клуб төҙөргә булды. Ике аҙнаға бер тапҡыр, шаршамбы көндө, 14.00 сәғәттә беҙҙең мәктәптә ололар йыйыла. Бында беҙ уларға төрлө психологик һәм хоҡуҡи ярҙам күрһәтәбеҙ, ҡыҙыҡлы осрашыуҙар үткәрәбеҙ, яңылыҡтар һәм китаптар менән таныштырабыҙ. Шулай уҡ улар бер-береһе менән аралаша, мәғлүмәттәре менән бүлешә.

Пенсионерҙарға консультация ғына биреп ҡалмайбыҙ, ә тағы ла төрлө мәҙәни саралар үткәрәбеҙ, компьютер йә телефон менән эш итергә өйрәтәбеҙ, күмәкләшеп күргәҙмәләргә, музейҙарға йөрөйбөҙ. Ололар беҙҙән бик дәртләнешеп, ҡыуанышып ҡайтып китә. Улар бында үҙҙәренә яңы дуҫтар таба, тормош тәжрибәләре менән уртаҡлаша. Яҙыусылар, юристар, медицина һәм Пенсия фонды хеҙмәткәрҙәре менән дә осрашыуҙар үткәреп торабыҙ. Был өлкәлә уҡытыусыбыҙ Зөлфиә Тиркашевна Әминева ҙур эш башҡара. Оло йәштәгеләр менән эште ойоштороуҙа беҙгә шулай уҡ Ветерандар советы ҙур ярҙам күрһәтә.

Беҙ барыбыҙ ҙа Башҡортостанда йәшәйбеҙ. Башҡорт теле — беҙҙең республикабыҙҙың теле. Ошоно иҫтә тотоп, мәктәпкәсә йәштәге балаларға һәм башланғыс класс уҡыусыларына башҡорт теле дәрестәре алып барабыҙ. Улар беҙгә һәр аҙнаның шишәмбеһендә, 17.00 сәғәттә килә. Уҡытыусы Венера Мазһар ҡыҙы Комарицкая кескәйҙәрҙе ҡыҙыҡлы формала, төрлө уйындар аша башҡорт телендә һөйләшергә өйрәтә. Бында балалар оло теләк менән йөрөй. Шуныһы ҡыуаныслы: беҙҙең башҡорт теле дәрестәренә төрлө милләт балалары килә.

Шулай итеп, беҙҙең Киске мәктәптә әлеге көндә оло йәштәгеләр һәм кескәйҙәр өсөн саралар ойошторола. Алдағы көндәрҙә йәштәр өсөн дә берәй ҡыҙыҡлы кисәләр ойоштороу планлаштырабыҙ.

Хөрмәтле хаҡлы ялдағы яҡташтарыбыҙ, беҙ һеҙҙе Некрасов урамындағы 28-се һанлы йортта урынлашҡан мәктәбебеҙгә саҡырабыҙ. Килегеҙ, күрегеҙ, дуҫтарығыҙҙы ла алып килегеҙ! Һеҙгә беҙҙә бик оҡшар, тип ышанам. Шулай уҡ ата-әсәйҙәр үҙҙәренең балаларын башҡорт теле дәрестәренә алып килһендәр. Бында кескәйҙәргә бик оҡшай. Барығыҙҙы ла көтөп ҡалабыҙ!
Читайте нас: