Шишәмбе көндө ҡала хакимиәтендә Күмертауҙың башҡорт теле уҡытыусылары, тәрбиәселәр йыйылды. Бында улар башҡорт теле уҡытыуҙа яңы ысулдар ҡулланыу, телде өйрәнеүселәр һанын арттырыу өсөн ниндәй эштәр башҡарырға кәрәклеге хаҡында әңгәмәләште.
Кәңәшмәне ҡала хакимиәте башлығының социаль һәм кадрҙар сәйәсәте буйынса урынбаҫары Наталья Лапшина алып барҙы. «Һаумыһығыҙ, коллегалар!», - тип башҡортса сәләмләне ул барыһын да. «Мин бөгөн һеҙҙән башҡорт телен уҡытыу методикаһының яңылыҡтары, уҡыусыларҙы телде өйрәнеүгә йәлеп итеү өсөн ниндәй эштәр башҡарыу бурысы хаҡындағы фекерҙәрегеҙҙе ишеткем килә. Башҡорт теле дәрестәре исем өсөн генә үткәрелергә тейеш түгел, ә беҙ барыбыҙ ҙа һөйләшеү телен булһа ла өйрәнергә тейешбеҙ», - тине. Шулай уҡ ул башҡорт телен интернет аша өйрәнеү мөмкинлеге барлығы хаҡында әйтте. «Һуңғы йылдарҙа башҡорт теле уҡытыусылары методик семинарҙар ҙа үткәрмәй. Бер-береңдең дәрестәрен күрмәй тороп, тәжрибә менән уртаҡлашмайынса нисек эшләп була һуң? Методик яҡтан көслө уҡытыусылар башҡаларҙы ла тартырға тейеш бит. Кабинеттарығыҙ нисек булырға тейеш, унда нимәләр кәрәклеге хаҡында ла һеҙ үҙегеҙ белгертеп торорға тейешһегеҙ», - тине Наталья Михайловна. «Эшкә килгән йылды методик семинарҙар үткәреү өсөн мәктәптәр билдәләгәйнем, әммә ул мәктәп директорҙарының барыһы ла ҡаршы булды», - тине ҡаланың башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының методик берекмәһе етәксеһе Гөлсинә Йосопова. Ҡала башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Әлфиә Шәмиғолова: «Беҙ бер нисә йыл элек башҡорт теле һәм әҙәбиәте кабинеттарын тикшереп сыҡтыҡ. Уларҙы баһалау буйынса критерийҙарыбыҙ ҙа бар. Был эште яңынан башларға кәрәк буласаҡ. Шулай уҡ балалар баҡсаһындағы милли зоналарҙы ҡарап сығырбыҙ, башҡалар ҙа күрер, өйрәнер. Башҡорт телен өйрәнеү өсөн интернетта ла мөмкинлектәр бар. Шулай уҡ беҙ киләһе йылдан ололар өсөн башҡорт теле буйынса дәрестәр алып бармаҡсыбыҙ. Әле 5 кеше яҙылды, теләүселәр тағы ла булыр, тип ышанам. Был дәрестәрҙе уҡытыусылар ғына түгел, ә башҡорт телен яҡшы белгән, туған теле өсөн янып йөрөгән һәр кем үткәрә аласаҡ, төрлө идеялар көтөп ҡалабыҙ. Әле беҙгә ярҙам итергә Зилә Әбхәлимова менән Рима Арыҫланова теләк белдерҙе. Күмертау — рус телле ҡала. Шуға күрә башҡорт теленә өйрәтеү бында ҡыйыныраҡҡа тура килә. Әммә беҙ тырышасаҡбыҙ. Үҙебеҙсә, үҙенсәлекле итеп был эште башҡарасаҡбыҙ. Ҡала хакимиәте башлығы Борис Беляев үҙе лә башҡорт телен өйрәнергә теләк белдереп тора. Ҡала мәктәптәре буйынса башҡорт телен туған тел булараҡ өйрәнергә 5,6% ҡына уҡыусы теләк белдергән. Бында уҡыусыларҙың, ата-әсәләрҙең, уҡытыусыларҙың ғәйебе генә түгел. Беҙҙең барыбыҙ ҙа ғәйепле. Иң тәүҙә беҙ шәхси өлгө күрһәтергә тейешбеҙ. Арабыҙҙа шулай уҡ башҡорт телен өйрәнергә атлығып торған, әммә милләте буйынса башҡорт булмаған балалар ҙа етәрлек. Теләге булған кеше 1 ай эсендә инглиз телен үҙләштерә. Шулай булғас, теләк булһа, башҡорт телен дә өйрәнергә була», - тине.
«Дөрөҫ әйтәһегеҙ, шәхси өлгө күрһәтергә тейешбеҙ», - тип йөпләп ҡуйҙы уның һүҙҙәрен Наталья Лапшина. Уҡытыусылар ҙа йәнләнеп китеп: «Курстар кәрәк беҙгә. Түләүле курстар ҡыйбат. БДПУ-нан уҡытыусылар саҡырайыҡ, курстар үткәрһендәр. Бик күптәребеҙҙең кабинеттары йыһазландырылмаған», - тигән теләктәрен әйтте. Уларға ҡала мәғариф идаралығы директоры Николай Черепанов былай тип яуапланы:
- Бер заман физкультура дәресен берәүгә генә ҡалдырырға уйлағанда, абруйлы кешеләр килеп ҡыҫылып, физкультура дәрестәрен, хатта 3-әү иттеләр. Башҡорт теле буйынса ла шулай уҡ дәрәжәле кешеләр менән бергә көрәшер кәрәк. Һуңғы ваҡытта телде өйрәнергә теләүселәр кәмегәндән-кәмей бара бит.
- Үҙегеҙ күреп тораһығыҙ. Мәктәпте тамамлаусыларҙың яртыһы Рәсәй Федерацияһы вуздарына уҡырға юллана. Улар бит уҡып бөткәс тә шунда ҡалыу теләге менән китәләр. Ундайҙарға башҡорт теле кәрәкмәй ҙә. Шуның өсөн бындай уҡыусылар инглиз йә ҡытай телен өйрәнеүгә өҫтөнлөк бирә. Бында ултырған башҡорт теле уҡытыусыларының да күптәренең балалары Рәсәй ҡалаларында белем алалыр, моғайын? Мин үҙем телевизорҙан башҡорт тапшырыуҙарын ҡарайым. Әле яңыраҡ сыҡҡан бер тапшырыу оҡшай. Унда рус һүҙҙәрен әйтергә ҡушмайҙар. Аңлап етмәһәм дә, йәштәрҙең шундай тере, күңелле уйынын бик яратып ҡарайым. Тағы шуны әйтергә теләйем: берәй сара үткәрер булһаҡ, башҡортса матур итеп һөйләй алырлыҡ алып барыусы таба алмайбыҙ. Ул саҡта беҙҙе БРГИ уҡыусыһы Розалина Ибраһимова ҡотҡара килә, - тип дауам итте һүҙен Наталья Михайловна.
- Талантлылар күп ул. Педагогия, тау колледждары студенттары араһында ла бар, - тинеләр уҡытыусылар уның был һүҙҙәренә.
Әлфиә Фәйзрахман ҡыҙы: «Әйҙәгеҙ, башҡортса КВН-дар үткәрәйек, башҡорт теле уҡытыусылары араһында ярыш, мәктәптәрҙә һәм балалар баҡсаларында шәжәрә байрамдары үткәрәйек. Тағы ла бер ҙур проблема бар. Ҡаланың биналарында, туҡталыштарҙағы алтаҡталарҙың башҡортсаһында хаталар бик күп. Шуларға ла иғтибар бүлер кәрәк. Күргәндәрен фотоға төшөрөгөҙ», - тигән һүҙҙәрен еткерҙе.
- Алтаҡталарҙы тикшереү комиссияһы эшләй. Әммә беҙҙең шундай хата ебәргән кешеләргә штраф һалыу хоҡуғы ғына юҡ. Ундайҙарҙы комиссияға саҡырасаҡбыҙ, иҫкәрмә бирәсәкбеҙ. Кәрәк икән, прокуратураға ла яҙып бирербеҙ. Әле яңыраҡ ватсап аша Учалы дауаханаһындағы яҙыуҙарҙы ебәрәләр ине. Хәҙер бит кешеләр рәхәт кенә Яндекс тәржемәсенән тәржемә эшләтәләр ҙә, шуны уҡ алтаҡтаға сәпәп тә ҡуялар. Мин һеҙҙең теләктәрҙе ишеттем. Быларҙың барыһын да, шулай уҡ башҡа барлыҡ фекерҙәрегеҙҙе яҙма рәүештә көтәм», - тип тамамланы кәңәшмәне ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары.