Все новости
Мәғариф
11 Декабря 2018, 12:04

БАРЫҺЫНА ЛА РӘХМӘТ

7 декабрҙә Яңы Мораптал урта дөйөм белем биреү мәктәбендә туған тел уҡытыусыларының «ФДББС талаптарын тормошҡа ашырыу шарттарында туған телдәрҙе уҡытыуҙың көнүҙәк мәсьәләләре» тигән темаға төбәк-ара семинар булып уҙҙы.

7 декабрҙә Яңы Мораптал урта дөйөм белем биреү мәктәбендә туған тел уҡытыусыларының «ФДББС талаптарын тормошҡа ашырыу шарттарында туған телдәрҙе уҡытыуҙың көнүҙәк мәсьәләләре» тигән темаға төбәк-ара семинар булып уҙҙы.

Был сарала Көйөргәҙе районы Хакимиәте башлығы Әхәт Йәүҙәт улы Ҡотлоәхмәтов, Мәғариф министрлығының милли мәғариф, төбәк-ара хеҙмәттәшлек һәм уҡыу әсбаптарын нәшер итеү бүлеге начальнигы Розалия Рәсих ҡыҙы Сәфиуллина, Мәғарифты үҫтереү институтының башҡорт һәм башҡа туған телдәр һәм әҙәбиәттәр кафедраһы доценты, филология фәндәре кандидаты Фәнзил Бүләк улы Санъяров, Көйөргәҙе районының мәғариф бүлеге начальнигы Ирина Ринат ҡыҙы Ибраһимова ҡатнашты. Семинарға Ырымбур өлкәһенең туған тел уҡытыусылары, шулай уҡ Хәйбулла, Йылайыр, Ейәнсура, Күгәрсен, Мәләүез, Фёдоровка райондарынан һәм Күмертау ҡалаһынан илленән артыҡ уҡытыусылар, методистар ҙа килгәйне.

Программала асыҡ дәрестәр күрһәтеү, оҫталыҡ дәрестәре һәм дә семинарҙа ҡатнашыусылар менән түңәрәк өҫтәл ҡаралғайны. Мәктәпкә килеп инеү менән уҡытыусылар йылмайып ҡаршы алып, килгән ҡунаҡтарға мәктәп буйлап экскурсия яһағандан һуң семинар тантаналы рәүештә асылды. Уҡыусылар тел тураһында төрлө телдә шиғырҙар һөйләне, ағинәйҙәр өгөт-нәсихәт бирҙе. Мораптал ауыл биләмәһе башлығы Аскар Исат улы Кинжалиев семинарҙы асып ебәрҙе. Көйөргәҙе районы Хакимиәте башлығы Әхәт Йәүҙәт улы Ҡотлоәхмәтов сарала ҡатнашыусыларға уңыштар теләне һәм башҡорт теле тағы ла тейешле кимәлдә үҫһен, сәскә атһын, тип мәктәпкә интерактив таҡта бүләк итте. Артабан райондың алдыңғы уҡытыусылары Кинжалиева В.С., Гурьянова А.Н., Мөлөкова Г.Ф., Сынбулатова Ғ.Н., Таймаҫова А.Н., Айҙарова Р.А. ФДББС талаптарына тап килгән асыҡ дәрестәр күрһәттеләр. Дәрестә модераторҙар (Байғотлина Л.Х., Аҙнабаева Ғ.У., Ғәлиев А.З., Шәмсетдинова Г.Ш., Рәжәпова Э.М., Әҙһәмова Г.Ф.) бөгөнгө көнгә тап килгән, дәрестең идеаль конспектын төҙөнө. Шәбағыш төп дөйөм белем биреү мәктәбенең татар теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Нәжмиев И.Ә. «Татар теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә фекер йөрөтөү иншалары яҙыуға әҙерлек эшен ойоштороу», Күмертау ҡалаһы Республика политехник лицей-интернатының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Әбхәлимова З.С. «Мостай Кәрим әҫәрҙәрен өйрәнеү алымдары», Ейәнсура районы Иҫәнғол башҡорт гимназия-интернатының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Исмәғилева Г.И. «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә эффектив алымдар ҡулланыу», Өфө ҡалаһы ҡала округының 95-се мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Миңлеәхмәтова Г.Р. «Цифрлы белем биреү ресурстары аша башҡорт телен өйрәнеүгә мотивация уятыу» тигән темаларға оҫталыҡ дәрестәре бирҙе. Килгән ҡунаҡтар дәрестәрҙең юғары кимәлдә үтеүен, үҙҙәренең дә эштәрендә мотлаҡ ҡулланасаҡтары тураһында фекерҙәрен еткерҙе.

Төштән һуң түңәрәк өҫтәлде мәғариф бүлеге начальнигы Ирина Ринат ҡыҙы Ибраһимова асып ебәрҙе. Башҡорт телен һәм башҡа туған телдәрҙе өйрәнеү буйынса бөгөнгө көн проблемалары, уңыштары, уҡыу әсбаптары тураһында булды төбәк-ара хеҙмәттәшлек һәм уҡыу әсбаптарын нәшер итеү бүлеге начальнигы Розалия Рәсих ҡыҙы Сәфиуллинаның сығышы. Мәғарифты үҫтереү институтының башҡорт һәм башҡа туған телдәр һәм әҙәбиәттәр кафедраһы доценты, филология фәндәре кандидаты Фәнзил Бүләк улы Санъяров үҙенең сығышында балаларҙың иң беренсе телмәрен үҫтереүгә иғтибар итергә кәрәк, уның өсөн уҡыу әсбаптары ла шулай төҙөлөргә тейеш, тине. Туған телде өйрәнеү буйынса закон ҡабул ителде, ата-әсәләрҙең күбеһе туған телде өйрәнеү яҡлы. Шунан сығып, уҡытыу ҡыҙыҡлы булһын өсөн, дәрестәрҙә төрлө алымдар ҡулланыу кәрәклеген дә әйтте. Башҡорт теле уҡытыусыларының ассоциацияһы етәксеһе булараҡ, ойошма тураһында ла мәғлүмәт бирҙе Фәнзил Бүләк улы. Төрлө теләктәр менән тамамланды беҙҙең семинар. Килгән абруйлы ҡунаҡтар ҙа, күрше өлкәнән, райондарҙан килгән коллегалар ҙа семинарға юғары баһа биреп, изге теләктәр теләп хушлаштылар.

Мәғариф бүлеге исеменән, туған тел уҡытыусылары исеменән, шулай уҡ үҙемдең исемдән Мәғариф министрлығына, Мәғарифты үҫтереү институтына, Көйөргәҙе Хакимиәте башлығына ошо сараны үткәреүгә ярҙам иткәндәре өсөн оло рәхмәтемде белдерәм! Яңы Мораптал урта белем биреү мәктәбе коллективына, мәктәп директоры Гөлкәй Хөснөтдин ҡыҙы Шәмсетдиноваға айырым рәхмәт! Семинар үткәрергә ине бит әле, тип өндәшкәс тә, асыҡ йөҙҙәрен күрһәтеп, беҙ һәр ваҡыт әҙер, тип ҡуш ҡуллап риза булдылар улар. Ошондай саралар үткәрелеп торһа, ошондай дәртле, янып торған туған тел уҡытыусылары булһа, телебеҙ үҫеп, рухлы балалар күбәйер, тигән өмөттәмен!
Читайте нас: