Все новости
Мәғариф
11 Декабря 2018, 11:41

ЯҢЫ УЙҘАР УЯТТЫ

Был яҙмаға ниндәй генә исем ҡуйһаҡ та, бик аҙ тойолор, сөнки күңелемдә тыуған уйҙарҙы әйтеп тә, яҙып та биреү мөмкин түгел. Бының өсөн, хатта, минең һүҙ байлығым да етмәҫ кеүек. Ошо бер көн эсендә беҙ кемдәрҙе генә күрмәнек тә, ниҙәр генә белмәнек, ниндәй генә тойғолар кисермәнек.

Был яҙмаға ниндәй генә исем ҡуйһаҡ та, бик аҙ тойолор, сөнки күңелемдә тыуған уйҙарҙы әйтеп тә, яҙып та биреү мөмкин түгел. Бының өсөн, хатта, минең һүҙ байлығым да етмәҫ кеүек. Ошо бер көн эсендә беҙ кемдәрҙе генә күрмәнек тә, ниҙәр генә белмәнек, ниндәй генә тойғолар кисермәнек.


7 декабрҙә Б. Бикбай исемендәге Яңы Мораптал урта мәктәбендә туған тел уҡытыусыларының семинары уҙҙы. Был сараға беҙ ашҡынып, дәртләнеп, яҡшы кәйеф менән барҙыҡ. Яңы Мораптал мәктәбе — ысын мәғәнәһендә белем йорто, алдынғы уҡытыусыларҙың ижад майҙаны. Ул мәғариф өлкәһендәге иң алдынғы тәжрибәләрҙе тәүгеләрҙән булып үҙләштереп, районыбыҙ һәм республика уҡытыусыларына тарата. Бында үҙ һөнәрен бик яратҡан, һәләтле, тәрән аҡылға эйә булған мөғәллимдәр эшләй. Бының шулай икәнлегенә беҙ тағы бер тапҡыр инандыҡ. Декабрҙең матур бер көнө минең өсөн семинар ғына түгел, ә шулай уҡ Туған тел байрамы булып иҫтә ҡалды.

Яңы Мораптал һәм районыбыҙҙың башҡа мәктәптәренең башҡорт теле һәм әҙәбиәте, татар теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары асыҡ дәрестәр күрһәтте. Федераль дәүләт белем биреү стандарттарына ярашлы дәрес моделен төҙөү, уны яҡлау эшен модератоҙар уңышлы башҡарҙы. РПЛИ, Өфө ҡалаһы, Ейәнсура һәм Көйөргәҙе райондарының туған тел уҡытыусылары төрлө темаларға оҫталыҡ дәрестәре әҙерләгән ине. Семинар ойошҡан рәүештә үтте. Мәктәп директоры Гөлкәй Хөснөтдин ҡыҙы Шәмсетдинова, уҡытыусылар һәм башҡа хеҙмәткәрҙәр беҙҙе бик йылы ҡабул итте. Улар һәр һорауға асыҡ, тулы яуаптар бирҙе, дәрестәргә әҙерләнгән ваҡытта ҙур ярҙам күрһәтте. Фойела, тамашасылар залында һәм һәр уҡыу бүлмәһендә беҙҙең ышаныслы ярҙамсыларыбыҙ булды. Шуға күрә лә ҡаушап ҡалманыҡ, бөтә һынауҙарҙы уңышлы үттек, үҙебеҙҙең эш тәжрибәһен хеҙмәттәштәребеҙгә күрһәтә алдыҡ.

Яңы Мораптал урта мәктәбе уҡытыусылары һәм хеҙмәткәрҙәре —киң күңелле, иғтибарлы хужалар. Уларҙың яҡты йөҙҙәренән мин аңлатып бирә алмаҫлыҡ нур бөркөлә, йылы һүҙҙәренән йән тыныслығы тыуа. Уларҙың һәр береһенә оло рәхмәт һүҙҙәре әйтеп, баш эйәһем килә.

Мәғариф бүлегенең мәғлүмәт-методика үҙәге етәксеһе Ләйсән Хәсән ҡыҙы Аҙнабаева был мөһим сараны үткәреүгә ҙур көс һалды. Уның тырышлығы, ойоштороу һәләте ҙур маҡтауға лайыҡ. Мәғариф хеҙмәткәрҙәре, методистар, туған тел уҡытыусылары, мәктәп уҡыусылары семинар ваҡытында бер коллектив булып эшләне, ижад итте, белем алды. Киләсәккә ҙур ышаныс, яңы уй-фекерҙәр, матур тойғолар менән ҡайтыр юлға сыҡтыҡ.

Беҙ шуны аңланыҡ: туған телебеҙ яҙмышы ышаныслы ҡулдарҙа. Артабан һәр беребеҙ үҙенең эш урынында, ғаиләһендә уның киләсәген ҡайғыртып йәшәрбеҙ.
Читайте нас: