Все новости
Мәғариф
14 Декабря 2018, 11:26

ТЕЛ – ТЕРЕ ШИШМӘ ҮЛМӘГӘН, БӨГӨНГӘ ЕТКӘН

11 декабрҙә республикабыҙҙың иң мәртәбәле сәхнәһендә – Конгресс-холда Башҡорт теле көнө уҙғарылды. Башҡорт элитаһы вәкилдәре йыйылған сара ысын мәғәнәһендә рух һәм күңел байрамына әйләнде, сөнки был йыйын телем, халҡым тип янған төрлө быуын фекерҙәштәрен бергә тупланы.

11 декабрҙә республикабыҙҙың иң мәртәбәле сәхнәһендә – Конгресс-холда Башҡорт теле көнө уҙғарылды. Башҡорт элитаһы вәкилдәре йыйылған сара ысын мәғәнәһендә рух һәм күңел байрамына әйләнде, сөнки был йыйын телем, халҡым тип янған төрлө быуын фекерҙәштәрен бергә тупланы.


Башҡорт теле көнө уңайынан балалар һәм ололар өсөн иғлан ителгән күп төрлө конкурстарҙа ҡатнашып, юғары баһа алыусыларҙы, еңеүселәрҙе республиканың Мәғариф министры вазифаһын башҡарыусы Айбулат Хажин, мәҙәниәт министры урынбаҫары Ранис Алтынбаев, Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте рәйесе, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Гөлнур Ҡолһарина һәм башҡа билдәле шәхестәр ҡотланы.

- Телдең киләсәге – балаларҙа! Бөгөн байрамға йыйылған балалар бер нисә тиҫтә йылдан һуң туған телебеҙҙе киләһе быуынға – үҙҙәренең балаларына еткерәсәк. Икенсенән, Рәхмәт ҡағыҙҙары, бәләкәй генә бүләктәр биреү ҙә бит уларға ҡанат ҡуя. Бала сағымдан беләм, уҡыуҙа алған Маҡтау ҡағыҙҙарым миңә тағы ла тырышып уҡырға, эшләргә ярҙам итте, – тип билдәләне байрамдың төп бурысын Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Данир Ғәйнуллин сығышында.

Был мәртәбәле саранан беҙ ҙә ситтә ҡалманыҡ. Иң яҡшы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһының тормош һәм ижад юлын сағылдырыусы видеоролик төҙөү конкурсында ҡатнаштым. Унда әсәйем – Таймаҫ ауылының Р. Солтангәрәев исемендәге гимназияһының хаҡлы ялдағы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Рәйлә Ноғман ҡыҙы Зәйнуллина хаҡында видеоролик эшләп ебәрҙем һәм 2-се урын яуланым. Рәйлә Ноғман ҡыҙы – хеҙмәт ветераны, юғары категориялы уҡытыусы, Рәсәй Федерацияһының иң яҡшы уҡытыусылары конкурсында еңеүсе, шулай уҡ Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы, хеҙмәт ветераны. Конкурстың шарты буйынса роликтың геройы тап ошондай исемдәргә лайыҡ булырға тейеш. Уҡыусыларына туған телгә һөйөү тәрбиәләгән, уны артабан үҫтереүгә өлгәшкән, бөгөнгө көнгә тиклем телебеҙгә ихтирам уятыусы Рәйлә Ноғман ҡыҙы Зәйнуллина хаҡында видеороликта былай тиелә: ул уҡытыусылар ғаиләһендә тәрбиәләнгән. Бәләкәйҙән ата-әсәһенән, унан Башҡорт дәүләт университетының арҙаҡлы педагогтарынан алған белемен балаларға бирергә теләүсе Рәйлә Ноғман ҡыҙы моратына ирешә. Һәр мөғәллим үҙенә лайыҡлы алмаш әҙерләргә тейеш, Рәйлә Зәйнуллинаға был йәһәттән бәхет йылмайҙы. Уның уҡыусылары “Урал батыр” йәш сәсәндәр бәйгеһе, Театрлы яҙ, “Йәшлек” гәзитенең Булат Солтангәрәев исемендәге республика укыусылар конкурсы һәм башҡа күп конкурстар, фәнни-ғәмәли конференциялар, олимпиадаларҙа яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтеп, күптәре уның юлын һайланы.

Нәфисә Кинйәбаева, Өфө ҡалаһында директор урынбаҫары, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы:

- Рәйлә Ноғман ҡыҙы менән төбәк-ара олимпиадала ҡатнашып, 2-се урын яуланым. Башҡорт дәүләт университетын ҡыҙыл диплом менән тамамланым. Бөгөнгө көндә мин - дәреслектәр авторы, 20-нән артыҡ ғилми мәҡәләләр авторы, уҡытыусы-эҙләнеүсе. Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең грантына лайыҡ булдым. Һәр уңышымда Рәйлә Ноғман ҡыҙының өлөшө бар, мин уға сикһеҙ рәхмәтлемен. Башҡорт теле уҡытыусыһы ниндәй булырға тейеш, тигән һорауға беҙҙең Рәйлә апабыҙ һымаҡ, тип яуап бирер инем.

Земфира Байбулатова, Күмертау ҡалаһының 5-се урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, Иң яҡшы башҡорт һәм рус телдәре уҡытыусылары конкурсында еңеүсе:

- Мәктәптә уҡығанда барлыҡ фәндәрҙән дә һәйбәт өлгәштем, ләкин мин башҡорт теле һәм әҙәбиәтен нығыраҡ яраттым. Быға Рәйлә Ноғман ҡыҙы этәргес булды, сөнки уның биргән дәрестәре күңелемә инеп ҡалды. Балаларға фәнгә һөйөү, ҡыҙыҡһыныу уятыу өсөн тырышлыҡ һәм күп көс һалырға кәрәклеген үҙем уҡытыусы булғас, аңланым.

Юлиә Бураҡаева, Күмертау ҡалаһының 13-сө мәктәбенең башҡорт һәм инглиз телдәре уҡытыусыһы:

- Рәйлә Ноғман ҡыҙы фән серҙәренә төшөндөрөүҙән тыш, лидерлыҡ, артислыҡ һәләттәренә эйә булырға ярҙам итте. Был сифаттар уҡытыусылыҡ эшендә миңә нык кәрәк. Мин уға рәхмәтлемен, алдағы тормошонда һаулыҡ теләйем.

Остаздары оҫта булғас, балалар ҙа талантлы. Уның уҡыусылары бөгөн һүҙ сәнғәтенең, туған телдең ҡатмарлы шарттарҙа ҡалған мәлендә, беренсенән, уҡытыусы һөнәренең абруйын күтәрһә, икенсенән, иң мөһиме, үҫеп килеүсе быуынға туған телебеҙ - башҡорт телен уңышлы уҡыта. Уҡытыусы өсөн ошонан да юғарыраҡ баһа юҡтыр. Халҡыбыҙға, телебеҙгә битараф булмаған кешеләр ҡатнашты был байрамда. Ойоштороусылар бик үҙенсәлекле, мауыҡтырғыс программа әҙерләгән. Уҡыусылар викторина һорауҙарына яуап бирҙе, интерактив уйындарҙа ҡатнашты, төрлө конкурстарҙа үҙ көсөн һынап ҡараны, беҙҙең районды Ермолаево ауылының 1-се һанлы урта дөйөм белем биреү мәктәбенең 10-сы класс уҡыусыһы, туған телдәр буйынса төбәк олимпиадаһы призеры Илина Ибраһимова менән Яҡшымбәт ауылы урта дөйөм белем биреү мәктәбенең 4-се класс уҡыусыһы, быйыл “Урал батыр” йәш сәсәндәр бәйгеһендә еңеүсе Гөлгөнә Суюнова яҡланы. Сара иҫ китмәле матур концерт номерҙары менән үрелеп барҙы. Ошондай саралар ойоштороу бик мөһим, хәҙерге ваҡытта бигерәк тә. Ҡайһы берәүҙәрҙең башҡорт теле нимәгә ул, тигән һорауҙары йәнде көйҙөрә. Туған телеңде, әсә телен белмәү – оло бәхетһеҙлек. Яҙыусы Булат Рафиҡов әйтмешләй, туған телдән баш тартыу – ата-әсәңә, халҡыңа ихтирам юҡлығының, кәмһетеп ҡарауҙың билдәһе, ә һәр хыянат тыуған ереңде, ватандаштарыңды хурлауҙан башлана бит. Милләттең аҙ уҡый башлауы ла – оло бәлә килеүе хаҡындағы шомло хәбәр ул. Райондаштарыма былай тип өндәшер инем: башҡорт матбуғатының, туған телебеҙҙә сыҡҡан баҫмаларҙың яҙмышы беҙҙән тора, Көйөргәҙе ерендә башҡорт телендә сығарылған берҙән-бер “Юшатыр” гәзитен алдырайыҡ, уҡыйыҡ! Был баҫма аша үҙеңә күп нәмә алырға була, мин үҙем дә “Юшатыр”ҙа эшләп алдым һәм тормошомда булған ыңғай этәргестәрҙә ошо хеҙмәтемдең дә уңышы ҙур.
Читайте нас: