Юшатыр
-16 °С
Облачно
75 лет Победы
Все новости
Мәғариф
14 Декабря 2018, 10:39

ЯҠТЫ ХИСТӘР ҠАЛДЫРҘЫ

3-сө Башҡорт республика гимназия-интернатында Федераль дөйөм белем биреү стандарттарын тормошҡа ашырыу шарттарында тәрбиә эшендә яңы технологиялар ҡулланыу темаһына арналған интернат учреждениелары тәрбиәселәре өсөн семинар үткәрелде.

3-сө Башҡорт республика гимназия-интернатында Федераль дөйөм белем биреү стандарттарын тормошҡа ашырыу шарттарында тәрбиә эшендә яңы технологиялар ҡулланыу темаһына арналған интернат учреждениелары тәрбиәселәре өсөн семинар үткәрелде. Программаға ярашлы был семинар теоретик һәм практик өлөштән торҙо.

Семинарҙың теоретик өлөшөндә тәрбиәсе Ф. Ҡотлоғужина үҙенең эш тәжрибәһе менән уртаҡлашты, практик өлөшөндә төрлө темаға арналған кластан тыш саралар үткәрелде. Алтынсы кластар өсөн «Алтын тирмә» телевизион уйыны формаһында «Башҡортостаным – илем» (тәрбиәсе М. Сафиуллина), 9-сы класс уҡыусылары менән Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған «Мостай Кәрим – милләтебеҙҙең рухи йондоҙо» (тәрбиәсе Э. Рәхимова) интеллектуаль уйындар, 5-се синыфтар өсөн «сәйҙәргә бүләк» тип аталған музыкаль-әҙәби композиция (тәрбиәсе Н. Имакова) булып үтте.

Семинарҙа ҡатнашырға Республика политехник лицей-интернатынан тәрбиәселәр ҙә саҡырылғайны. Семинарҙың һөҙөмтәләренә ҡарата килгән коллегаларыбыҙҙың маҡтау һүҙҙәре күңелдә яҡты хистәр ҡалдырҙы.
Читайте нас в